Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Р.Р. Кутляхметова




Студент 4 курса ФБФ и Ж БашГУ, г.Уфа

Научный руководитель: Г.Н. Гареева

д-р филол. наук, проффесор БашГУ, г.Уфа

 

К.Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты» романында тарихи ысынбарлыҡ бирелеше һәм тарихи шәхестәр концепцияһы

Кирәй Мәргәндең «Бөркөт ҡанаты» исемле дүрт китаптан торған романы башҡорт ырыуҙарының тормошондағы әһәмиәтле ваҡиғаларға бай булған дәүергә — XVI быуаттағы хәлдәргә арналған. Был осорҙа башҡорт ырыуҙары йәшәйеше өсөн иң типик күренеш — үҙ-ара ыҙғыш, тарҡаулыҡ, хакимлыҡ һәм мал өсөн көрәш, барымта һәм ҡарымталар. Шуға күрә лә ошо ваҡыттағы тормош, шул дәүер кешеләренең яҙмышы бөтә ҡатмарлығында, хатта көтөлмәгәнсә, мажаралы бәйләнештәрҙә һүрәтләнелгән.

Әҫәр тарихи жанрҙа яҙылған.

Романдың «Тарҡалыш» һәм «Аманат» тип аталған ике китабында XVI быуат башында башҡорт ырыуҙарының үҙ-ара мөнәсәбәттәре, билдәле тарихи шәхестәр яҙмышы ышандырырлыҡ хәл-ваҡиғалар аша йәнле картиналарҙа сағылдырылған. Әҫәр үҙәгендә Тамъян ырыуы түрәһе Шаҡман менән уның улы Шәғәле яҙмышы ята. Был ырыуҙың башҡа башҡорт ҡәбиләләре, Ҡазан, Себер, Нуғай ханлыҡтары, Рус дәүләте менән булған мөнәсәбәттәрен күрһәтеү ошо ике шәхес образы менән бәйле рәүештә бирелә.

«Шартлау» һәм «Юлдар» тип аталған өсөнсө һәм дүртенсе китаптарҙа башҡорт йәиғиәте тарихында хәл иткес әһәмиәткә эйә булған ваҡиғалар урын алған. Уларҙың иң мөһимдәре — рус батшаһы Иван VI ғәскәренең Ҡазанды алыуы, Себер, Нуғай, Ҡазан ханлыҡтарының тарҡала барыуы һәм башҡорт ырыуҙарының үң аллы Рус дәүләтенә ҡушылыуы. Иван Грозный ғәскәре Ҡазанды төрлө хәйләләр — Зөйлә тамағында ҡала һалыу, крепость стенаһын шартлатыу ярҙамында яулап ала. Бындай ваҡиғалар ағышында автор үҙ геройҙарының киләсәк яҙмышын ҡатмарлы бәйләнештәрҙә һынландырыуға ирешә. Романда ырыу башлыҡтары, түрәләр менән бер рәттән ябай халыҡ вәкилдәре лә хәрәкәт итә.

Тарихи романда тарихи шәхес образын һынландырыу иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Проблеманы һәр бер яҙыусы үҙенсә хәл итә.

Төп талап — дәүергә хас характер биреү. Характер һүрәтләнешендә тарихи дөрөҫлөк психологик дөрөҫлөк менән бергә йәнәш килергә тейеш. « Бөркөт ҡанаты»романында әҫәр идеяһына ярашлы прогрессив ҡарашлы тарихи шәхесте һүрәтләүҙә саманан ашып китә. Шәғәле образы менән һүрәтләнгән ваҡыт араһында бер быуат тирәһе арауыҡ. Былай ҡарағанда бөтәһе лә ыңғай, шыма кеүек. Шәғәли образы ла ыңғай,тура килгән кеүек. Әммә төптән уйлап ҡараһаң, геройҙың үтә ҡыйыу аҙымдары үҙ осороноң йолаларын һәм ҡанундарын һанға һуҡмаусы дыуамал кеше булараҡ һынланыш ала. XV-XVI быуаттарҙағы ислам һәм христиан диндәре араһындағы киғкен конфликт Шәғәлегә артыҡ тәьсер итмәй. Патриархаль ырым-йолаларға мөнәсәбәте йәһәтенән Шәғәле һуңғыраҡ осор әҙәбиәт геройҙарына ауаздаш һымағыраҡ ҡабул ителә.

Ошо образдарҙы һәм ҡатмарлы, көсөргәнешле хәл-ваҡиғаларҙы бөтә асылында күрһәтеү өсөн ябай талант ҡына етмәй. Яҙыусы ижад итеү процесында иң тәүҙә тыуған телдең лексик составына, уның фразеологик әйтемдәренә, сағыштырыу, метафора, эпитет һәм башҡа һүрәтләү сараларына, шулай уҡ персонаждар теленә иғтибар итергә тейеш. Ошонда уның тел оҫталығы асығыраҡ күренә.

Литература:

1. Актуальные проблемы современной башкирской филологии и творческое наследие профессора А.Н.Киреева: Материалы Всероссийской научно-практической конференции (с международным участием). — Уфа: РИЦ БашГУ, 2013. — 468 с.

2.. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. VI том/Төҙөүселәре Хөсәйенов Ғ. Б., Байымов Р. Н., Бикбаев Р. Т. — Өфө: Китап,1993. — 446 бит.

3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. V том/Төҙөүселәре Хөсәйенов Ғ. Б., Байымов Р. Н., Бикбаев Р. Т. — Өфө: Китап,1993. — 596 бит.

4. Кирәй М. Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте,1962. —445 бит.

 

Кутушева Ю.З.,

Студент III курса ФБФиЖ БашГУ, г. Уфа

Научный руководитель Акилова М.Ф.

асс.каф. востоковедения БашГУ




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2014-12-25; Просмотров: 1088; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.009 сек.