Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1.Зәйнәб Биишеваның ижады, уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны




1.Зәйнәб Биишеваның ижады, уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны.

2.Сәғит Мифтаховтың “Һаҡмар” драмаһының төп конфликты һәм уның хәл ителеше, төп образдары.

3.Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.

 

1. Зәйнәб Биишева ижады, уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан урыны

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 — 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған «Пионер» исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 — 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң — профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, «Дуҫлыҡ», «Серле ҡурай», «Гөлбәҙәр» тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның «Яҡтыға» трилогияһына ингән «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар...», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

«Мөхәббәт һәм нәфрәт» тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 — 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре рус телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.

2. Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» драмаһының төп конфликты һәм уның хәл ителеше, төп образдары.

3. Әҙәбиәт теорияһы: баллада тураһында төшөнсә.

БАЛЛАДА (итальянса ballade — бейеү) — лиро-эпик поэзияның бер төрө; романтик характерҙағы сюжетлы поэтик жанр.

Урта быуаттарҙа француз, испан һәм итальян әҙәбиәттәрендә баллада тип бейеү, таҡмаҡ йырҙарына әйткәндәр. Тора-бара йыр-баллада драматик йөкмәткеле сюжетлы йырҙарға әүерелгән, һуңыраҡ героик тематикалы шиғри жанр булып формалашҡан (Робин Гуд тураһындағы һ. б. балладалар).

Хәҙерге рус әҙәбиәтендә героик-революцион йөкмәткеле балладалар күберәк урын алды (Н. Тихонов, Э. Багрицкий, М. Светлов балладалары).

Башҡорт әҙәбиәтендә Ғ. Сәләмдең («Ҡыҙыл букет», «Самурай һәм уның хужаһы»), Х. Кәримдең, Ҡ. Даяндың балладалары заманында популяр булды.

Хәҙер ҙә баллада жанрына мөрәжәғәт итмәгән шағир юҡтыр. Хәҙерге башҡорт балладалары күберәк романтик рухта (Назар Нәжми, Муса Ғәли, Рәми Ғарипов балладалары).




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3588; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.012 сек.