Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1. Әхмәт Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” исемле мемуар әҫәре




1. Әхмәт Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” исемле мемуар әҫәре. Унда уның балалыҡ, йәшлек, сәйәси көрәш йылдарының һүрәтләнеше. Жанр үҙенсәлеге.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

3. Әҙәбиәт терияһы: роман тураһында төшөнсә.

1. Әхмәт Зәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр” исемле мемуар әҫәре. Унда уның балалыҡ, йәшлек, сәйәси көрәш йылдарының һүрәтләнеше. Жанр үҙенсәлеге.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

Назар Нәжмиҙең унлап поэмаһы араһынан «Урал» — сәнғәткә бағышланған һәм милли рух менән һуғарылған көслө, тетрәткес әҫәрҙәрҙең береһе.

Унда Ишмөхәммәт улы Ишмулла ҡурайсы һәм йырсы йөҙөндә атаҡлы ҡурайсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың образы һынландырыла.

Билдәле булыуынса, Ишмулла Дилмөхәмәтов — күп яҡлы талант. Ул йырсы ла, ҡурайсы ла, композитор ҙа, драма артисы ла ине. Күп яҡлы таланты уға атҡаҙанған исемдәр килтерҙе, ул Салауат Юлаев, Ғәлимов Сәләм исемдәрендәге Республика премиялары лауреаты ине. Рәсәй, Бөтә донъя халыҡ-ара фестивалдәре дипломанты исемдәрен алды. Уның йыр, ҡурай моңо илебеҙ сиктәренән ашып, ер шарының төрлө ҡитғаларында ла яңғыраны. Өфө менән Ҡазан, Мәскәү менән Петербург, Париж менән Рим, Берлин менән Стокгольм, Бомбей менән Токио, бүтән ҙур-ҙур ҡалалар, ҡыу ҡурайҙан шунса моң ағылыуға хайрандар ҡалып, оло-оло сәнғәт, спорт һарайҙарында шаулатып ҡул сапты, ҡурайсы һәм йырсының милли талантына һоҡланды.

«Урал» поэмаһында Ишмулланың сит илдәргә гастролдәренән Японияның баш ҡалаһы Токиола булған бер эпизод ҡына тасуирлана. Поэмала яҙылғанса:

Ишбуллаға хөрмәт баштан ашты. Уның барса донъяны таң ҡалдырғаны ҡурай моңо, моңло йыры ине.

Поэмала иң тетрәткес ваҡиға: ҡурайсының сит илдә эмигрант башҡорт менән осрашыуы, шундағы әрнеүле бәхәс, уларҙы икеһен дә берҙәй әсир иткән башҡорт моңо — классик «Урал» халыҡ йыры.

Үҙенең башҡортлоғон раҫларға теләгәндәй, эмигрант башҡорт «Урал»ды йырлай.

«Урал» йыры ике йөрәкте лә берҙәй арбап, ялмап ала.

Ә ул тауыш гүйә «килде алыҫтан, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙың рухы булып килде тарихтан. Күҙ алдына баҫты Ишмулланың атаһының бөтә барлығы, уның менән бергә яуға киткән яугирҙарҙың йөҙө, бар һыны».

Ике башҡортто шулай моң берләштерһә лә, йыр берҙәй тәьҫир итһә лә, уларҙы яҙмыштар айырған. Береһе үҙ илендә — Башҡортостанда йәшәй, икенсеһе күптән ҡасаҡ — илһеҙ-ерһеҙ ҡалған эмигрант. Уларҙың тыуған илдәренә, башҡортлоҡтарына мөнәсәбәте лә төрлөсә: ҡурайсы үҙ иленең ирекле улы, төп хужаһы, ә эмигрант илһеҙ берәҙәк әҙәм хәлендә, башҡортлоғо ла ер-һыуҙа-рын, йыр-моңдарын, үткәнен һағыныуында, зарығыуында ғына. Бында эмигрант кешенең рәнйетелгән, зарҡыған милли рухы, аяныс яҙмыш драматизмы һәм трагизмы сағыла.

 

«Урал» поэмаһы — донъяға ҡарата ике төрлө ҡарашлы, ике төрлө яҙмышлы кешеләрҙең рухи бәхәсенә ҡоролған, психологик үткерлек менән һүрәтләгән драматик поэма ул. Уның бәхәс-диалог рәүешендәге драматургик ҡалыбы ла шуны раҫлап тора. «Урал» йырының сюжет һыҙығына һүҙмә-һүҙ килеп инеүе рух драматизмын, һүҙ-моңға һуғарып, тағы көсәйтеп ебәрә. Был поэманың төп поэтик үҙенсәлеге, шиғри көсө ошонда.

3. Роман - эпик төрҙөң иң ҙур һәм ныҡ таралған жанры. Эстетик мөмкинлектәренең төрлөлөгө һәм күплеге яғынан хәҙерге сәнғәттә романға тиңләшерҙәй башҡа жанр юҡ. Роман — «ул поэзияның иң киң һәм барыһын да үҙ эсенә ала торған төрө; унда талант үҙен бик иркен һиҙә. Унда поэзияның бөтә башҡа төрҙәре берләшә — үҙе һүрәтләгән ваҡиға хаҡында авторҙың хисләнеүе булараҡ лирика ла, алынған характерҙарҙы асырға мәжбүр итеүсе иң асыҡ һәм рельефлы сара булараҡ драматизм да була. Башҡа жанрҙарға ят булған сигенеү, фекерләү, дидактика романда законлы урын алырға мөмкин.

Роман — һәр йәһәттән мөһабәт һәм масштаблы жанр.

Романдың тематикаһы киң һәм күп ҡырлы була. Тормоштоң ҡатмарлы яҡтарын сағылдырыу ниәте менән яҙыусы был осраҡта бер-береһе менән тығыҙ мөнәсәбәттәге күп төрлө темалар һайлай. Романдың күп тематикалы булыуы уның бөтөн бер осорға хас ижтимағи күренештәрҙе сағылдырырға тырышыу менән аңлатыла.

Теманың төрлөлөгө, бер нисә сюжет һыҙығының булыуы персонаждар һанының, хикәйә һәм повесҡа ҡарағанда, ҙур булыуына алып килә: идея-эстетик проблематика геройҙар һәм уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте аша хәл ителә. Персонаждарҙың күп булыуы, улар араһындағы рухи бәйләнештәрҙең ҡатмарлы булыуы, үз сиратында, роман композицияһының күп планлылығына алып килә.

Роман жанры мөмкинлегенең ҙур булыуы тағы ла шунда: геройҙарҙын, характерын ул үҫештә күрһәтә. Төп образдың, кеше һәм көрәшсе булараҡ, формалашыуына һәм өлгөрөүенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Башҡа бөтә компоненттары кеүек үк, романдың һүрәтләү рәүеше лә күп төрлө һәм ҡатмарлы. Хикәйәләү уларҙың ҡайһы берҙәрендә төп геройҙың үҙ исеменән, башҡаларында өсөнсө заттан алып барылырға мөмкин. Герой яҙмышының тәүге осорона кире ҡайтырға мәжбүр итеүсе лирик сигенеүҙәр бик йыш ҡулланыла. Айырым бүлектәр хаттарҙан йәки көндәлектәрҙән торорға ла мөмкин.

Тәбиғәте яғынан ҡатмарлы булғанлыҡтан, романдың жанр формаларына ла бай булмауы мөмкин түгел. Әҙәбиәт белгестәре уның бик күп төрҙәрен билдәләйҙәр. Әҙәби тәнҡит практикаһында романдың шундайҙарын осратырға мөмкин: а) авторҙың маҡсатына ҡарап, уны түбәндәге формаларға бүлеп йөрөтәләр: политик роман, утопик роман, «тәрбиәүи»-дидактик роман; б) һүрәтләүҙең объектына ҡарап: тарихи, фәнни-фантастик романдар, характерҙар романы, ғаилә-көнкүреш романы; в) сюжеттың бирелеү рәүешенә таянып: мажаралы, авантюр һәм детектив романдар; г) типиклаштырыу алымдарының ниндәй булыуына нигеҙләнеп: роман-сатира, роман-пародия, роман-гротеск; д) тематик принциптан сығып: хәрби роман, производство романы, колхоз романы; е) ике жанр формаһын берләштергән әҫәрҙәр: роман-очерк, роман-әкиәт, кино-роман, документаль роман.

Һуңғы йылдарҙа романды түбәндәге ҙурыраҡ формаларға айырып ҡарау өҫтөнлөк алып килә: а) публицистик, б) психологик, в) философик романдар һәм г) роман-эпопея.

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3843; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.01 сек.