Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады




1.Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше.

2.Фәррәх Дәүләтшиндең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләргә.

3. Әҙәбиәт теорияһы: комедия жанры тураһында төшөнсә.

1. Рәшит Ниғмәтиҙең Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы ижады. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһының йөкмәткеһе. Тыуған ил һәм халыҡ образдарының кәүҙәләнеше. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р.Ниғмәти ижады идея - художество яғынан тағы юғарыраҡ күтәрелә. Һуғышҡа тиклем үк инде Ватанды һаҡлау өсөн көрәш кеүек ҙур темаларҙы үҙ әҫәрҙәрендә сағылдыра килгән Р.Ниғмәти Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был теманы конкрет материалдар ерлегендә тағы ла киңерәк яҡтырта башлай. Ватан, уның азатлығын һаҡлау Ниғмәти ижадының төп темаһына әйләнә.

“Үлтер, улым, фашисты!” тигән поэмаһында илебеҙ кешеләренең героизмын, фронт һәм тыл берҙәмлеген кәүҙәләндерә.

Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡыҙған осоронда, Сталинград өсөн һуғыш барған айҙарҙа, Рәшит Ниғмәти ошо “Үлтер, улым, фашисты!” (1942) поэмаһын яҙҙы. Башҡорт атлы дивизияһының Дон далаларында дошманға ҡаршы һуғышын, фронт менән тыл берҙәмлеген сағылдырған был поэма идея – тематик йөкмәткеһе һәм художество үҙенсәлектәре яғынан халыҡтың гериок эпостарына тартым. Ғәҙәттә, героик эпосторҙа халыҡ батырҙарының көс сығанағы, изге көрәштәре һүрәтләнә, ғәйрәтлелек, илде һаҡлау идеялары поэтиклаштырыла. Башҡорт фольклорының эпик репертуарындағы ҡобайыр кеүек жанрҙарҙа Тыуған ил азатлығы өсөн көсөн аямау, дошманға нәфрәт хистәре халыҡты көрәшкә сакырыусы Ватан ораны төҫөн ала.

Халыҡ ижадының шундай поэтик традицияларына мөрәжәғәт итеп, Рәшит Ниғмәти үҙ поэмаһын Ватан ораны, халыҡтың йөрәк һүҙе формаһында еткереү өсөн эпос рухын, ҡобайыр алымдарын бик оҫта файҙалана.

Дошман яуҙарының илебеҙ сиктәрен емереп үткәнен күреп торған Уралтау “юлбарыҫтай ярһынып” аяҡҡа баҫа һәм ил улдары алдында телмәр тота. “Усына шоңҡар ҡундырған, еренә батыр тыуҙырған, иленә яу килгәндә, егетен атҡа мендереп, дошманын пыр туҙҙырған, дуҫын түргә уҙҙырған, аҫыл, батыр Урал”

Үҙ телмәрендә Тыуған ил азатлығының ни икәнен әйтә, илен-ерен һаҡлап дан ҡаҙанған батыр улдарын иҫкә ала, хас дошманға ҡаршы яуға сығырға саҡыра.

Шағир, шулай итеп Уралтауҙы, башҡорт халыҡ ауыҙ – тел ижадындағыса, символик төҫ алған тере образ рәүешендә һүрәтләй.

Рәшит Ниғмәтиҙең “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында Уралтау образын биреүе, башҡорт халҡының яугир традицияларын хәтергә төшөрөүе, Ҡаһым түрә, Салауат кеүек полководецтарын атауы, Шәһит Хоҙайбирҙин һымаҡ революционерҙарҙы иҫкә алыуы, әҫәрен халыҡ эпосына оҡшаш ҡороуы – һәммәһе лә ана шул патриотизм һәм милли ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Ә һуғыш яланында башҡорт егеттәренең Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурыстарын йәнен – тәнен аямай намыҫ менән үтәүҙәрен, батыр һуғышсыларын һүрәтләү, генерал Шайморатов, Күсимов кеүек хәрби етәкселәре үҫеүен, яңынан - яңы геройҙар тыуыуын данлау оло тойғоларҙың яуҙа ниндәй ҡеүәт биргәнлеген шулай уҡ асыҡ характерлай.

Тыуған илен дошмандан һаҡлауҙа борон – борондан урыҫ һәм бүтән туғандаш халыҡтар менән бер сафта баҫып көрәшкән башҡорт халҡы, үҙенең үткән яугир традицияларына тоғро булып, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ла үҙен тағы ҙур данға күмде. “Үлтер, улым, фашисты!” поэмаһында илебеҙ кешеләрен ошондай батырлыҡтарға илтеүсе көстөң сығанағы – патриотизм, милли ғорурлыҡ, халыҡтар дуҫлығы икәнлеге бөтә тулылығы менән күҙ алдына баҫтырыла ла инде.

Поэма һуғыш йылдарында халыҡтың яратып уҡыған әҫәренә әйләнде, уның күп строфалары өскөл фронт хаттарында урын алды.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары кешеләрҙең батырлыҡ һәм түҙемлек сифаттары менән бергә, уларҙың мораль көсө, эске рухи сафлығы һәм ныҡлығына ла ҙур һынау булды. Тыуған илде һөйөү тойғоһо иң ауыр моменттарҙа ла кешегә ҙур көс бирә, тиңһеҙ батырлыҡтарға алып бара. Тормошто һөйөү һалҡын үлемде ҡыуа, ошо үлемде сәсеүсе дошманға нәфрәтте арттыра. Р.Ниғмәти үҙе әйткәнсә, Тыған илгә булған һөйөү кешеләрҙе ҡалҡан һымаҡ һаҡлап тора, хатта “тап йөрәккә тейер пулялар ҙа тайпылышып теймәй үтәләр”.

2. Ф.Дәүләтшиндың тормош юлы һәм ижады.

Халыҡ араһынан сыҡҡан зирәк аҡыллы кешеләр һәр төрлө ауыр шарттарҙа ла үҙҙәренең йөҙөн юғалтмай, бәҫен төшөрмәй. Башҡортостандың халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин – ана шундай зирәк, тапҡыр шәхестәрҙең береһе. Ул 1887 йылдың 31 ғинуарында Дүртөйлө районының Иҫке Уртай ауылында тыуған. Бәләкәстән үкһеҙ етем ҡалғас, байҙарҙа ялсылыҡта йөрөй. Ҙурая төшкәс, Уралдағы төрлө фабрикаларҙа эшләй. Шунда пар ҡаҙаны шартлап, Фәррәх тома һуҡыр ҡала. Ул төрлө йырҙар, шиғырҙар, бәйеттәр сығарып көн итә. Октябрь революцияһынан һуң ул ил тормошонда булған яҡты, яҡшы үҙгәрештәргә арнап бәйеттәр, шиғырҙыр яҙа. Фәррәх Дәүләтшиндың “Һуҡыр Фәррәх әңгәмәләре”, “Сәсәндең кәңәштәре”, “Йырҙыр һәм бәйеттәр” тигән китаптары баҫылып сыға. УЛ 1939 йылда “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. 1944 йылда уға Башҡортостандың халыҡ сәсәне тигән оло исем бирелә.

3.Комедия жанры тураһында.

Жанрҙың исеме грекса komodia (күңелле тамаша һәм йыр) тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.

Комедияның төп үҙенсәлеге шунда: тормоштағы, кешеләр характерындағы кәмселектәрҙе көлкө юлы менән тәнҡит итеү.

Комедияның барлыҡҡа килеүе боронғо гректарҙың Дионис хөрмәтенә бағышланған тамшаларға барып тоташа. Дин әһелдәре тарафынан үткәрелгән рәсми бүлектән һуң, гректар үҙ алдарына уйын- көлкө ойоштра торған булғандар. Сығыштарында кешеләрҙең етешһеҙлектәренән көлөүсе төртмәле йырҙар йырланған. Эләкләүсе төрлө хәрәкәттәр яһалған. Шул рәүешле комедияның тәүге һыҙаттары барлыҡҡа килгән. Башҡорт әҙәбиәтендә М.Кәрим “Ҡыҙ урлау”

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 4209; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.013 сек.