Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1.Баязит Бикбайҙың “Салауат” драмаһында Салауат образы




1.Баязит Бикбайҙың “Салауат” драмаһында Салауат образы. Образдың һеҙгә булған йоғонтоһо.

2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтғы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.

3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.

 

1.Баязит Бикбайҙың “Салауат” драмаһында Салауат образы. Образдың һеҙгә булған йоғонтоһо.

XVIII быуаттағы Пугачев ихтилалы һәр ваҡыт яҙыусыларҙы үҙенә йәлеп итеп торҙо. Б.Бикбай ҙа ситтә ҡалманы, “Салауат” исемле драма яҙҙы.

Был әҫәр халыҡтар дуҫлығы, хеҙмәтсән халыҡ араһында туғандарса берҙәмлек, интернационализм тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Драма 1773-1775 йылдарҙа алып барылған Емельян Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын яҡтырта.

Драманың үҙәгендә Салауат образы тора. Унда халҡыбыҙға хас иң яҡшы сифаттар тупланған. Салауат ҡурҡыу белмәҫ батыр, тәүәккәл, ҡаты холоҡло, ҙур йөрәкле кеше. Ул үҙ халҡын, тыуған ерен ҡайнар һөйөү менән ярата, дошмандарға ҡарата аяуһыҙ. Салауат образы драмала героик һәм лирик планда асыла. Яҙыусы уны халыҡтың данлыҡлы батыры һәм шағир-импровизатор итеп һүрәтләй.

Төп конфликт халыҡ һәм власть араһында. Халыҡ батша власының сикһеҙ ҡыҫымына, төрлө дәрәжәле чиновниктарҙың башҡорт ерен талауына ҡаршы, баш күтәререгә әҙер. Салауат башҡорт егеттәрен Пугачев менән бер сафта көрәшергә саҡыра. Батыр көрәштә халыҡҡа таяна, һәр ерҙә ул халыҡтың ярҙамын күрә.

Драма халыҡтың еңелеүен, Салауаттың ҡулға алыныу картиналарын күрһәтеү менән тамамлана, халыҡ еңелә, ләкин ул еңеүгә булған ышанысын юғалтмай, үҙ эшенең хаҡлығын аңлай, Салауат батыр тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.

Салауат образын Ҡолой Балтасов, Солтан һәм Бохайыр кеүек башҡорт феодалдары, урыҫ байҙары образдарына ҡаршы ҡуйып була. Улар халыҡ көрәшенә ҡаршы сығалар. Бының менән автор ихтилалдың социаль һәм милли тамырҙарын аса.

 

 

2. Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы. Батыршаның тотҡонлоҡтағы уйҙары, батшаға хат яҙырға йыйыныуы. Балладаның художество үҙенсәлеге.

Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһы 1755 йылғы башҡорт ихтилалының башлығы Батырша, тотолоп, алыҫта Ладога күлендәге Шлиссельбург утрау-ҡәлғәһенә ябылғас, уның таш төрмәлә кисергән уй-зарҙары итеп яҙылған. Баллада монолог рәүешендә ижад ителгән. “Шлиссельбург тотҡоно” тигән икенсе исеме лә шунан килә.

Батыршаның башын төрлө уйҙар биләп ала. Дарья уртаһындағы утрауҙа бығаулы ҡәбере- утрау, кәфене таш зиндан хәҙер. Тышта олоған ыҙғыр елдәр ҙә уға бары йыназа уҡый төҫлө. Тотҡан күңелен йыуатыр, хәлен аңлар бер кем юҡ.

Бер мәл төнөн бейек рәшәткәле төнлөктән яңы тыуған йәш ураҡ ай- һилал (яңы тыуған ай) ҡарауы ғына ла бар ауыр уй-һағыштарын таратып ебәргәндәй итә. Шул ураҡҡа, айбалтаға оҡшаған ай тотҡон ҡулында айбалта булһасы- ни эшләргә белер ине. Әгәр ҡулына ҡәләм, яҙырға аҡ ҡағыҙ бирһәләр, аҡ батшаға ярлыҡау хаты яҙыр ине. Үтенеп һорағас, тотҡондоң һуңғы үтенесен үтәгәндәй, уға ҡәләм, ҡағыҙ бирәләр. Аҡ батшаға хат яҙа. “Бер заман, бәлки, уҡырҙар хатымды” тигән өмөтө бар уның. Ысындан да батырҙың өмөттәре ысынға аша: аҡ батшанан яуап ала алмаһа ла, Батыршаның хаты архивтарҙа һаҡланып, беҙҙең замандарға килеп етә: уны туған халҡы, тоҡомдаштары батырының аманат һүҙе тип ҡабул итә.

Рәми Ғарипов “Батырша” балладаһында Шлиссельбург тотҡононоң мәңгелеккә ябылған таш төрмәлә лә рухының үлмәүен, батыр йән булыуын асып бирә алған.

Балладаға эпиграф итеп яу батырҙары һәм Батырша тураһындағы башҡорт халыҡ йырҙарынан ике куплет алынған. Ошо йырҙарҙың рухы балладаға күскән. Уларҙа азатлыҡ өсөн көрәштең яулы, даулы хәлдәре еңеүгә ышаныс, ҡаһарманлыҡ һәм фажиғәлелек моң-мотивтары менән аралашып китә. Балладаның алты ижекле үлсәмгә ҡоролоуы ошо моң-мотивтарҙы көслөрәк яңғыратырға мөмкинлек биргән.

3. Әҙәбиәт теорияһы: лирик герой тураһында төшөнсә.

Лирик поэзияла шағирҙың үҙе йәки берәй кеше исеменән һүҙ алып барған шәхесте лирик герой тип атайҙар. Шағир лирик герой исеменән үҙенең һәм күптәрҙең уй-тойғоларын дөйөмләштереп, типиклаштырып бирә. Мостай Кәрим әйткән: ”Лирик герой мотлаҡ шағир үҙе тигән һүҙ түгел.Ләкин ул шағир натураһының художестволы бирелеше. Шуға күрә шағир шәхесе уның поэтик “мин”енән айырылғыһыҙ.”

Мәҫәлән, Р.Ниғмәтиҙең, М.Кәримдең лирик геройы- үҙ замандаштарының алдынғы вәкиле, шуларҙың лирикала дөйөмләштерелгән образы.

Ҙур күләмле лиро-эпик әҫәрҙәрҙә- поэмаларҙа, шиғри повеста йә романдарҙа-лирик герой хәл-ваҡиғаларҙы һөйләүсе йәки уларҙа үҙе лә ҡатнашыусы шәхес булып сығыш яһауы мөмкин. Мәҫәлән, Ғ.Сәләмдең “Бала” поэмаһында шағир-лирик герой. Ул Сәйҙел мнән йылдар үткәс осрашып һөйләшә.




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3139; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.011 сек.