Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Сы билет




1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.

2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” әҫәренең идея –тематик йөкмәткеһе.

3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.

1.Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат темаһының үҫеше, уға бағышлап ижад ителгән әҫәрҙәр.

Башҡорт әҙәбиәтендә Салауат батыр образының тулы бер галереяһы хасил булды.Салауат Юлаевҡа ниндәй ҙә булһа бер әҫәр, шиғыр бағышламаған йә булмаһа һоҡланғыс һүҙ әйтмәгән бер генә башҡорт яҙыусыһын да табыуы ҡыйындыр.

Салауат үҙе иҫән саҡта уҡ халыҡ уға “Салауат йырауы” исемле йырау-бәйетен бағышланы. Уны китаптарға яҙып таратты.

Салауат Юлаев тураһында тиҫтәләгән башҡорт легендалары, риүәйәттәре “Рәсәйҙең аҫыл егете”, ҡобайырҙары “Салауат батыр” Салауаттың яу юлындағы ҡаһарманлыҡтарын һөйләп бирә.

Салауат образы рус әҙәбиәтенә лә инеп китә. А.С.Пушкин “Пугачев тарихы”, Мамин-Сибиряк, Ф.Нефедов “Башҡорт батыры Салауат” тигән әҫәрҙәр яҙалар.

В.Шишкин “Емельян Пугачев” исемле романында Салауат образын асыҡ итеп кәүҙәләндерә алды. С.Злобин иһә, данлы батырыбыҙға “Салауат Юлаев” тигән махсус романын бағышлап, уның эшен, исемен тағы күркәмерәк итеп күрһәтте.

Башҡорт яҙыусыларынан Булат Рафиҡов “Эйәрләнгән ат” тарихи фаразында Салауаттың, каторгалағы уйҙарын, һуңғы көндәрен һүрәтләй.

М.Кәрим “Салаут” трагедияһын, Б.Бикбай “Салауат” драмаһын яҙалар. Салауатты ҡурҡыу белмәҫ батыр, тәүәккәл, ҡаты холоҡло, ҙур йөрәкле итеп күрһәтәләр.

Беҙҙең яҡташыбыҙ Ш.Бабич “Салауат батыр” шиғырында Салауатты бәһлеүән менән сағыштыра. Батыр киләсәккә аманат ҡалдыра: ерҙе, тыуған илде һаҡларға.

Рәми Ғарипов “Һай,Салауат, Салауат”, “Салауат батыр” шиғырҙарын, “Салауат батыр” исемле шиғри хикәйәт яҙа. Ғ.Рамазанов “Салауаттың ҡайтыуы хаҡында баллада”, К.Кинйәбулатова “Салауат тураһында баллада” ижад итәләр. Ҡ.Аралбаев, Р.Бикбаев, А.Игебаев, Я.Ҡолмой, Х.Кәрим һ.б. был теманы урап үтмәйҙәр.

Башҡорт халҡы үҙ батырҙарын онотмай. Салауат батыр образы әҙәбиәттә, сәнғәттә мәңге ҡаласаҡ.

 

2. Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһының идея-тематик йөкмәткеһе.

“Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы- “Ай тотлған төндә”, “Салауат” трагедиялары менән берлектәге триптихтың, йәки трилогияның, аҙаҡҡы әҫәре. Уларҙы бер идея берләштерә- кешенең азат ителеүе, рухи иреклек алыуы.

Идеяһына тиң заманын, ҡаһарманын юллап, Мостай Кәрим беҙҙең эраға тиклемге дәүерҙәргә, боронғо грек мифологияһы ҡаһармандарына барып сыға. Прометей- илаһи бер ҡаһарман. Ул батырлыҡ һәм ғазап өсөн яратылған. Аллалар затынан. Ғәҙелдәрҙән ғәҙел алла. Үҙен фиҙа ҡылыуға, ҡорбан итеүгә ҡыйыу бара.

Прометейҙың төп тәғәйенләнеше аллалар ҡулындағы күк утын ергә, кешеләргә илтеү, күк уты менән ер утын ҡушып, кешелекте яҡтыға, рухи азатлыҡҡа һәм бөйөклөккә күтәреү.

Күк уты менән ер уты ҡушылһа, кешенең бөтә барлығын, рухи донъяһын үҙгәртер ҡөҙрәте бар. Прометей уты- кешенең үҙ-үҙен аңлауы ул. Кеше ошо ут яҡтылығында үҙенең матурлығын, мөһабәтлеген күрәсәк. Ул ошо ут ярҙамында бөйөк эштәргә ғәйрәте барлығына төшөнәсәк. Кеше өсөн ут- ҡот, өмөт, балҡыш.

Ерҙәге кешеләр ошондай утты ҡабул итергә әҙер түгелдәр, сөнки әле улар наҙан, томана. Көнкүрештәре ярым ҡырағай хәлдә.

Прометей үҙе быларҙы күрә, белә йөрөй. Аҡ балсыҡты үҙ күҙ йәштәренә иҙеп, бар яһаған әҙәмдәрҙе ҡыҙғана, улар яҙмышы өсөн борсола. Әҙәмдәрҙе яҡлап, уларҙы утлы итеүен теләп, Зевс менән бәхәскә инә.

Кешеләргә илткән ут өсөн уны ҡаяға сынйырлап, утыҙ мең йыл ғазапҡа дусар итәсәктәрен белә тороп, Прометей күк утын урлап ергә оса.Тик кешеләр утты ҡабул итмәйҙәр, унан ҡурҡып ҡасалар. Аллалар ҙа кешеләрҙе утҡа ҡаршы ҡоторталар.

Ул ғәҙәти ут ҡына түгел. Кешеләрҙең киләсәккә, идеалға, яҡтылыҡҡа мөнәсәбәте символы.

Мостай Кәрим трагедияһында Прометей үҙен ике тапҡыр таба. Беренсеһе- кешеләргә ут илтеү, икенсеһе – мөхәббәттә. Прометей менән Агазия мөхәббәтендә алла һәм кеше мөхәббәте ҡушыла. Күк уты менән ер уты ҡауышҡанда ғына ер йөҙөнә, кешеләргә яҡтылыҡ, бәхет килерен Прометей яҡшы белә.

Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы ысын мәғәнәһендә фәлсәфәүи әҫәр. Кешеләр бәхете өсөн Прометей үҙ бәхетен, мәңгелек ғүмерен утыҙ мең йылын ҡорбан итә.

 

3. Әҙәбиәт теорияһы: поэма тураһында төшөнсә.

Поэма (грекса poiema–ижад итәм)- әҙәбиәттең лиро-эпик төрөнә ҡараған поэтик жанр. Поэманың лирик һәм эпик формалары була. Лирик поэмалар ғәҙәттә шағирҙың йәки уның лирик геройының уй-тойғоларын сағылдыра. Эпик поэмаларҙа хәл-ваҡиғалар эҙмә-эҙлекле сюжетта шиғри формла хикәйәләнә.

Хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә киң таралған- лиро-эпик поэмалар. Күпселек поэмаларҙа лирик башланғыс өҫтөнлөк итә (Ғ.Сәләм, Р.Ниғмәти, М.Кәрим, Н.Нәжми һ.б. поэмалары).

Поэма жанрына хикәйәләү тығыҙлығы, сюжет йыйнаҡлығы, поэтик тасуирлау юғарылығы хас. Унда уй-хискә, эмоционаллеккә баҫым яһала. Поэма шиғыр юлдарына һалып оҙон-оҙаҡ хикәйәләүҙе хуп күрмәй.




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3668; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.016 сек.