Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Г.А. Амиргалина




аспирант 1 курса СФ БашГУ, г. Стерлитамак

Научный руководитель: Г.Р. Абдуллина

д-р филол. наук, профессор СФ БашГУ, г. Стерлитамак

 

Башҡорт телендә таралған зоонимдар

 

Зоонимика – зоонимдар (хайуан исеме, ҡушаматы) тураһында ономастиканың йәш, системаға һалынып бөтмәгән өлкәһе булып тора.

«Башҡорт зоонимияһы бик аҙ өйрәнелгән». З. Ғ. Ураҡсиндың “Ономастика Поволжья” (1976 й.) йыйынтығындағы мәҡәләһе ошо һүҙҙәрҙән башлана [Ураксин 1976: 309].Үрҙә әйтелгән хеҙмәттә күтәрелеп сыҡҡан проблемаға 40 йыл үтһә лә, башҡорт зоонимияһында был мәсьәләне хәл итеүҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә ни алға китеш күренмәй. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Н.К. Дмитриев «Башҡорттарҙа эт ҡушаматтары» хеҙмәте менән дөйөм тел ғилемендә хайуан ҡушаматтарын өйрәнеүҙең нигеҙендә тора. Был мәҡәләлә автор ҡатай башҡорттарында таралған 12 эт ҡушаматын анализлай [Шунда уҡ: 309].

Т. М. Ғарипов 1958 йылда, Баймаҡ районы Беренсе Этҡол районындағы экспедиция материалдарына нигеҙләнеп, «Башҡорттарҙа хайуан ҡушаматтары тураһында» исемле хеҙмәтен баҫтыра [Гарипов 1959: 189]. Был мәҡәләлә Талмас Мәғсүм улы 66 баш эре мал- тыуар ҡушаматын анализлай. Диалектологик экспедиция һөҙөмтәһе булараҡ, был хеҙмәттә башлыса башҡорт һөйләштәренең үҙенсәлектәренә төп баҫым яһалған. Автор, хайуандарға исемде бик һуң ҡушалар, тигән һығымта яһай, сөнки ул ваҡытта быҙауҙарҙың ҡушаматтары булмаған. 60 йылға яҡын арауыҡ эсендә был хәл үҙгәреш кисергән; бөгөн, күреүебеҙсә, башҡорт ауылдарында быҙауға тыуғас та уҡ ҡушамат тағалар.

Урыҫ тел ғилемендә хәҙерге хайуан ҡушаматтарына күҙәтеү яһалған һәм иң таралған ҡушаматтар билдәләнгән (шуныһы ҡыҙыҡлы, бер үк ҡушаматты ат та, эт тә, һыйыр ҙа йөрөтә ала): Черныш, Серко, Белянка, Рыжик [Мокиенко 1976: 317].

Хайуан ҡушаматтарын анализлау өсөн, был мәҡәләлә Күгәрсен районы ауылдарынан йыйылған материал файҙаланылды һәм бер ни тиклем системаға һалыуға ынтылыш яһалды. Анализ һөҙөмтәләрен таблица рәүешендә биреүҙе ҡулайлы тип таптыҡ.

Таблица.1 Күгәрсен районында киң таралған хайуан ҡушаматтары

Кинонимдар (эт ҡушаматтары) Рекс, Аҡтүш, Ҡашҡар, Байкал, Лайка, Шарик, Каштанка, Һарығолаҡ, Аҡтырнаҡ, Бобик
Фелинонимдар (бесәй ҡушаматтары) Мурка, Муська, Йомшаҡ, Барсик, Мырлый, Симба, Томик, Тимка, Белка, Мурзик
Иппонимдар (ат ҡушаматтары) Йондоҙ, Буранка, Турат, Ҡарат, Аҡморон, Бөркөт, Майка, Сыбарҡай Урман, Шоңҡар
Һыйыр ҡушаматтары Марта, Майка, Апрель, Алаҡай, Дочка, Милка, Машка, Зорька, Малина, Калина

 

Структур-грамматик яҡтан ҡарағанда, хайуан ҡушаматтары араһында күп осраҡта бер нигеҙлеләре өҫтөнлөк итә. Билдәле булыуынса, зоонимдарҙың төп функциялары: номинатив (атау) һәм вокатив (саҡырыу). Вокатив функцияға һәм телде экономиялау принцибына ярашлы, телмәрҙә малды саҡырғанда оҙон һүҙҙәрҙе ҡулланыу уңайһыҙ.

Фактик материалдарға таянып, Күгәрсен районында таралған хайуан ҡушаматтары яһалыуҙа ҡатнашҡан апеллятивтарҙы билдәләнек. Уларҙы түбәндәге төркөмдәргә бүлергә мөмкин.

1. Зоологик терминдар: Бөркөт, Акула, Шоңҡар, Белка һ.б.

2. Ботаник терминдар: Малина, Калина, Ҡарағат һ.б.

3. Йәмғиәттә биләгән урынды белдергән һүҙҙәр: Атаман, Батрак һ.б.

4. Ваҡытты билдәләүсе һүҙҙәр (күп осраҡта – ай исеме): Марта, Майка. Был зоонимдар, нигеҙҙә, быҙауҙарға ҡушыла. Ҡушыу сәбәбен хужалары, малдың тыуған ваҡытын билдәләү өсөн уңайлы, тип аңлаталар.

5. Кейем-һалым һәм биҙәүестәргә бәйле һүҙҙәр: Шапка, Күҙлек, Мәрйен һ.б.

6. Химик терминдар: Тимер, Азот, Магнит, Баҡыр һ.б.

7. Астрономик терминдар: Йондоҙ, Планета, Юпитер һ.б.

Дөйөмләштереп әйткәндә, яһалған анализ бөтөнлөккә дәғүә итә алмай. Киләсәктә был өлкәлә эҙләнеүҙәр, фактик материал йыйыу мөһим.

ӘҘӘБИӘТ:

 

1. Гарипов Т.М. О кличках животных у башкир (из экспедиц. записей 1958 года) // Башкирский диалектологический сборник. – Уфа: 1959. – С. 189-194.

2. Мокиенко В.И. Способы называния в зоонимии // Ономастика Поволжья,1976.Выпуск № 4. – С. 317-322.

3. Ураксин З.Г. Клички лошадей у башкир // Ономастика Поволжья, 1976.Выпуск № 4. – С. 309-312.

 

 

© Г.А. Амиргалина, 2014

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2014-12-25; Просмотров: 950; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.006 сек.