Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына,




АТЛАН, БАТЫР

Атлан, батыр, атҡа, тот һөңгөңдө!

Эйҙә, саптыр яуға — дошманға!

Сәс ғәйрәтең дошман сафтарына,

Ауаздарың ашһын асманға!

Күрмәйһеңме, унда уҫал көстәр

Ҡуҙғап ҡара дауыл, елдәрҙе,

Ҡан йылғалар түгеп, уттар бөркөп,

Баҫып килә ярлы илдәрҙе.

"Әйҙә, батыр егет, алға саптыр!

Аҡтар ҡара көстәр диуарын,

Тар-мар килтер, барыһын батыр ҡанға,

Ырғыт йәһәннәмгә ни барын!

Ҡаҙалһындар мәңге иҙеп килгән

Ҙур батшалыҡ, король, ҡаанлыҡ!

Шунһыҙ ярлы илгә юҡ тыныслыҡ,

Юҡ саф ирек, мәңге туғанлыҡ.

1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты.

2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.

3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.

.1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, унда сағылдырылған тарихи осор, драманың төп конфликты

Туҡсоран кантонында эшләгән сағында Дауыт Юлтый күп кенә ауыл йәштәрен, канткомда эшләүселәрҙе туплап, үҙешмәкәр түңәрәктәр, драма түңәрәктәре ойоштора. Концертта сығыштар өсөн агитшиғырҙар, сәхнә өсөн инсценировкалар, бер шаршаулы кескәй пьесалар яҙып бирә.

Драма түңәрәге ағзалары, һәүәҫкәр артистар Дауыт Юлтыйҙан ике-өс шаршаулы драма әҫәре яҙыуын үтенәләр. Бына шул үтенес буйынса 1920 йылда ул «Ҡарағол» исемле драмаһын ижад итә.

«Ҡарағол» — тарихи-көнкүреш драма. Уның нигеҙендә XIX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостанда кантонлыҡ осорона ҡараған тарихи ваҡиғалар ята.

Был осорҙа башҡорттар ярым хәрби сословиеға әйләндерелеп, уларҙың азатлыҡ өсөн көрәшен һүндереү маҡсатында армияға алынып, оҙаҡ йылдар хәрби хеҙмәткә мәжбүр ителә. Башҡортостан территорияһы кантондарға бүленеп, уның башына батшалыҡҡа тоғро хеҙмәт итер кантон башлыҡтары тәғәйенләп ҡуйыла. Крайҙы колонизациялау — урыҫ алпауыттарын, татар мырҙаларын башҡорт ерҙәренә күсереп ултыртыу көсәйә.

«Ҡарағол» драмаһына ошо кантонлыҡ осороноң Туҡсоран буйҙарында булған бер хәл-ваҡиғаһы һайлана. Юлтый был әҫәрен шул яҡта киң таралған «Үмәр» исемле легендалы халыҡ йыры сюжетына таянып ижад итә. Алынған герой-персонаждар барыһы ла тиерлек ысынбарлыҡтағы тарихи шәхестәр.

Драманың конфликты. Драма урыҫ колонизаторҙары, башҡорт түрәләре менән халыҡ араһында ер, ирек өсөн барған киҫкен көрәшкә, йәғни үткер социаль конфликтҡа, ҡоролған. Ошо конфликт персонаждарҙы ҡапма-ҡаршы ике төркөмгә айыра. Бер яҡта ер, ирек тип даулашҡан батырҙар, халыҡ вәкилдәре — ыңғай образдар. Икенсе яҡта ергә хужа булып, халыҡты талап, иҙеп йәшәүсе баярҙар, кантон түрәләре һәм улар тирәһендәге ялағайҙар — кире образдар. Конфликттың эҙмә-эҙлекле төйөнләнеше, үҫеше һәм кульминацияһы шулай: башҡорт ерҙәрен тартып йә алдатып алыу менән бәйле хәл-ваҡиғалар ҡырҡыулаша барып, халыҡ үҙ ерҙәрен, иркен яҡлап яуға күтәрелергә йыйына һәм аҙаҡтан ҡаты бәрелеш менән тамамлана. Ошонда драманың сюжет үҫеше, драматик үткерлеге күренә. Драматик конфликт аша төрлө характерҙар асыҡлана. Пьесала һүрәтләнгән баяр Иван Иванович, батюшка Андрей, Ишмырҙа кантон һәм Ҡарағол, Һөйөндөк, Ҡәҙерша, Вася исемле батырҙар шундай социаль типтар. Улар бер үк ваҡытта художестволы дөйөмләштерелгән һәм индивидуаль һыҙаттар менән асылған характерҙар ҙа.

2. Рәми Ғариповтың “Табыныу” поэмаһында шәхес культы осоро фажиғәләрен, замандың ҡаршылыҡтарын дөрөҫ яҡтыртыу. Халыҡтың ижади көсөн данлау идеялары.

Комсомол сафтарында тәрбиәләнгән үҫмер Рәми Ғарипов үҙенең тиҫтерҙәре кеүек үк үҫә, зиһене арта бара, тәрбиәселәре, уҡытыусылары рәсми һөйләгән, гәзит-журналдарҙа, китаптарҙа яҙылған менән ысынбарлыҡтың үҙе араһында айырмалыҡтар күплеген, маҡталған тормоштоң да ал да гөл түгел икәнлеген күрә һәм төшөнә килә. Ни өсөн һуң 1917 йыл революция яһаған, азат иле өсөн йәнен фиҙа итергә әҙер революционерҙар,большевиктар мең туғыҙ йөҙ утыҙ етелә күптәре нахаҡҡа ғәйепләнеп атып үлтерелгән йә һөргөнгә һөрөлгән? Нишләп һуң әле илебеҙҙә ҙур еңеүҙәр, тантаналар менән бергә еңелеүҙәр, ҡырыу-ҡыйырһытыуҙар, юҡ итеүҙәр — ниндәйҙер ҡанлы тантана ла бар? Ғәҙеллек илендә нишләп әле ялғандар, аҡты ҡара тип раҫлауҙар йәшәй? Кемгә ышанырға, хаҡлыҡты ялғандан нисек айырырға?

Рәми Ғариповтың «Табыныу» йәки «1937» тип исемләнгән поэмаһын шуларға яуаптар эҙләп ҡарау нигеҙендә тыуған әҫәр тип уйларға мөмкин.

Шағир 1937 йылда ун етенсе йылғы Октябрь революцияһын һүҙҙә ҙурлауҙы ла, шул ук ваҡытта ошо революцияны яһаған батырҙарҙы, большевиктарҙы ғәмәлдә ҡулға алып, илде етемһерәтеп хурлауҙы ла бер юлы әйтеп бирә.

Шағирҙың үҙ бала сағы ошо афәттең бер шаһиты була. Уны кескәй ҡулдары менән илдең аҫыл улдарын «халыҡ дошмандары» тип, Мортазиндай халыҡ батырҙарын тарих дәреслектәренән, китаптарҙан йолҡоп ташларға мәжбүр иттеләр. «Халыҡ дошмандары» тип, Бабичтарҙың, Юлтыйҙарҙың, Һәҙиә Дәүләтшиналарҙың китаптарын йыйып алдылар, урта быуаттарҙағы вәхшиҙәр шикелле, уларҙы утҡа ташлап яндырҙылар, үҙҙәрен язалап йә атып үлтерҙеләр. Блюхерҙар, Мортазиндар, Юлтыйҙар һәләк булды. Тик уларҙың һуңғы һулыштарынаса һынмауҙарын, еңелмәүҙәрен илдәре генә белә алманы.

1937 — 1938 йылдарҙағы ҡылынған яуызлыҡтар егерме йылдан һуң фаш ителде, нахаҡҡа ғәйепләнеп яманаттары сыҡҡан изге йәндәрҙең, хаҡһыҙ ҡорбандарҙың яҡты исемдәре кире ҡайтарылды, шәхес культының баш-баштаҡлыҡтары хөкөм ителде.

1937 йылғы фажиғәләрҙең бер сәбәбен ул Сталиндың шәхес культы, баш-баштаҡлыҡтары менән бәйләй. Ләкин ул үҙе генә шундай баш-баштаҡлыҡтарҙы ҡыла алыр инеме? Аллалай күреп уға табыныу, уны яман осондороу арҡаһында килеп сыҡманымы ул? Үҙебеҙҙә, шул заман кешеләрендә лә ғәйеп барлығын танымай булмай.

Шуныһы яҡшы: донъяла ниндәй генә ғәҙелһеҙлектәр, яуызлыҡтар булмаһын, ғәҙеллек бер саҡ барыбер өҫтөнлөк ала, хаҡлыҡ тантана итә. Әммә уның өсөн көрәшкә күп ҡорбандар бирергә тура килә.

Кеше ниндәйҙер бер шәхескә түгел, хеҙмәтсән ғәҙел кешегә, кешелеккә табынырға тейеш. «Табыныу» поэмаһының төп айышы шунда.

3. Рәми Ғарипов “Туған тел” шиғыры

 

Эй туған тел, эй матур тел,

Атам- әсәмдең теле.

Ғ.Туҡай.

Мин халҡымдың сәскә күңеленән,

Бал ҡортондай, ынйы йыямын,

Йыямын да – йәнле ынйыларҙан

Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.

 

Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:

Бер телдән дә телем кәм түгел –

Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,

Кәм күрер уны тик кәм күңел!...

 

Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле, -

Унан башҡа минең илем юҡ:

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ!

 

Әсәм теле миңә - сәсән теле, -

Унан башҡа минең халҡым юҡ:

Йөрәгендә халҡы булмағандың

Кеше булырға ла хаҡы юҡ!

3 – сө билет

1. Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романының проблематикаһы. Алдынғы ҡарашлы Булат, Байғужа, Новиков образдары.

2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.

3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.

1 Дауыт Юлтыйҙың “Ҡан” романының проблематикаһы. Алдынғы ҡарашлы Булат, Байғужа, Новиков образдары.

«Ҡан» 1914—1918 йылдарҙа булған Беренсе донъя һуғышы тураһындағы роман. Яҙыусы был күп илдәр ҡатнашҡан донъя һуғышының империалистик асылын һәм кешелеккә килтергән фажиғәләрен бөтә ысынбарлығы менән асып биреүҙе һәм һуғышҡа ҡаршы көрәш, сикһеҙ нәфрәт тәрбиәләүҙе маҡсат итә. Һуғышҡа бәйләп ул шундай проблемаларҙы хәл итеүҙе ҡуя: һалдат массаларының нисек пассив ҡаршылыҡтан актив революцион көрәшкә күтәрелә барыуҙары, фронтта ла, тылда ла революцион хәл-ваҡиғаларҙың ҡуйырыуы, империалистик һуғышты граждандар һуғышына әйләндереп ебәреү юлдары, килешеү, тыныслыҡ өсөн көрәш мәсьәләләре.

Империалистик һуғыштың башынан аҙағына саҡлы тиерлек үҙе фронтта булған Дауыт Юлтый был проблемаларҙы фронт һәм окоп тормошоноң, ҡанлы яу эсенең иң ауыр шарттарында һалдат яҙмыштары аша асып һала.

«Ҡан» романының тәүге биттәренән үк — һалдат тормошоноң яфаһын, фронт ваҡиғаларын һүрәтләй башлағандан уҡ — һуғыштың афәт икәнен күрһәтергә ынтылыш асыҡ һиҙелә.

Һуғыштың килеп сығыуы, ни өсөн барыуы, кемдәргә үлем, кемдәргә байлыҡ килтереүе хаҡындағы тәрән уйланыуҙарға, социаль-сәйәси һығымталарға килә.

Ғөмүмән, донъяла ҡыйралыш, һәләкәт тыуҙырған, кешеләрҙең ғүмерҙәрен өҙгән, тормоштарын боҙған һуғыш ҡәһәрләнергә һәм мәңгегә бөтөрөлөргә тейеш, тигән идеялар үтә әҫәрҙән.

Һалдат образдары. Һалдаттарҙың һуғышҡа ҡаршы пассив ҡаршылыҡтарының нисек революцион көрәшкәсә үҫешен Дауыт Юлтый романының төп геройҙары Булат, Новиков, Индрил, Байғужа кеүек ҡораллы һалдат образдары аша эҙмә-эҙлекле итеп яҡтырта.

Бына автобиографик характерҙағы Булат образы. Романдағы бөтә ваҡиғалар уның исеменән һөйләтелә. Булат образы, уның һөйләгәндәре аша автор асылда үҙе фронтта күргән-белгәндәрен тасуир итә, ул хәл-ваҡиғаларҙың, һалдаттар яҙмышының иң әһәмиәтле тигәндәрен генә һайлап алып художестволы дөйөмләштерә.

Булат — ярлы крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан егет. Ике ағаһы менән бер осорҙа шинель кейгән Булат батша армияһы режимының бөтә ыҙаһын, ҡанһыҙ офицерҙарҙың йәбер-золомон кисерһә лә, башта ауыҙ асмаҫ йыуаш һалдат әле. Фронтҡа килеп кергәндә лә ул ни өсөн һуғышҡа тарттырылыуын, уның кемдәр өсөн алып барылғанын, ғөмүмән, һис нәмәнең аңын-тоңон айырып бөтмәй. Окоп тормошоноң тәүге айҙарында ул үҙ яҙмышын ҡәһәрләүҙән уҙа алмай.

Новиков кеүек ҡыйыу һалдаттарҙың үткер фекерҙәренә ҡолаҡ һалыу, тыл яны халыҡтарының һәм һалдат массаһының һуғышҡа протесын үҙ күҙҙәре менән күреү, төрлө аһ-зарҙарҙы, ҡәһәрҙәрҙе үҙ ҡолаҡтары менән ишетеү аша уҙғарып, унда революцион аң үҫешен бик ентекле хикәйәләүгә өлгәшә. Булат ул революцион ҡараштарға теләктәшлек белдереп кенә ҡалмай, тора-бара ошо ҡараштарҙы үҙе һалдаттар араһында, тылдағы халыҡ араһында үткә-реүсе ҡыйыу көрәшсегә әйләнә.

Эшселәр араһынан сыҡҡан Новиков баштан уҡ шаҡтай алдынғы карашлы һалдат.

Новиков — холҡо менән ҡыҙыу ҡанлыраҡ, тура һәм әсе теллерәк кеше. Ул башта һуғыштан ризаһыҙлығын дөйөм рәүештә йәки ярым шаярыу, асыу рәүешендә генә белдерһә, үҙ ротаһындағы һалдаттарҙың тын алыштарын яҡшыраҡ белгәс, үҙ фекерҙәрен асығыраҡ һәм төбәберәк әйтеүгә күсә. Ҡыйыу фекерҙәре һәм туралығы менән һалдаттар араһында уның абруйы ла юғары.Тиҙҙән ул фекерҙәш окопташтарын туплап алғас, һалдаттар араһында ғына түгел, фронт тирәһендәге крәҫтиәндәр араһында ла һуғышҡа ҡаршы

агитацияны оҫта ойоштороп ебәрә.

Булаттың ауылдашы һом окопташы Байғужа образында иһә һалдат массалары араһында һуғышҡа протестың тағы бер яғы асыҡ сағыла. Байғужа - ауыл батрагы. Ул ҡарап тороуға ауыр тәбиғәтле кеше күренһә лә, бик хәстәрлекле, йыйнаҡ һәм тоғро юлдаш. Байғужа һуғышҡа ҡарата, уны килтереп сығарыусылар һәм һалдат баштарын ашаусылар батша, түрәләр һәм офицерҙар тип ҡарап, ошоларҙы берәмләп юҡ итеү фекерендә. Ул үҙе урманда бер саҡ яман ике унтер офицерҙы үлтереп ташлай, хатта нисек итеп батшаны үлтереү хаҡында хыялланып йөрөй. Ләкин бындай террор юлы менән генә һуғышты туктатып булмаҫын, буш дыуамаллығын тиҙ төшөнә ул.

 

2. Н.Нәжмиҙең “Йыр тураһында баллада” әҫәре. Шағир – һалдат образы.

Назар Нәжми —баллада һәм поэмалар оҫтаһы булараҡ та танылған шағир.

«Йыр тураһында баллада». Батыр һәм йыр тураһында был баллада шағир Мәлих Харистың яҡты иҫтәлегенә бағышланған. Балладаға эпиграф итеп М. Харистың шиғыр юлдары алынған.

Мәлих Харис бик йәшләй Бөйөк Ватан һуғышы ҡырында батырҙарса һәләк булып ҡалды. Уның ижад ғүмере лә бик ҡыҫҡа булды, сәскә атырға өлгөрмәй өҙөлдө. Әммә алты-ете йыл эсендәге ижады менән поэзия һөйөүселәрҙең ихтирамын яуларға өлгөргәйне. Һуғыш йылдарында фронттан яу батырҙары тураһында балладалар, шиғырҙар яҙып ебәрҙе. Шағир үҙе лә яу яланында ятып ҡала. Илгә, дуҫтарына уның һуңғы шиғырҙары ғына ҡайта.

Шағирҙың яҡын дуҫы, һабаҡташы Назар Нәжми Мәлих Харистың шиғырҙарын йыйып, китап итеп сығарыша, уның ижады хаҡында яҙа. 1962 йылда ижад иткән «Йыр тураһында баллада» әҫәрен ҡәләмдәш дуҫына арнай.

«Бағышлау» һүҙенән һуң автор башта ваҡыттың атылған йондоҙ, атта елгән егеттәй тиҙ һәм өҙлөкһөҙ үтә тороуы тураһында һөйләп килә лә ҡапыл һабантуй, ат ярышы тамашаларын тасуирлап китә. Гүйә, ваҡыт менән уҙышҡандай, бер егет атта елә. Шундай йәмле, күңелле саҡта, һабантуй яңы ҡыҙған мәлдә һуғыш башланыу хәбәрен алыу, ат өҫтөндә елдәй елгән егеттең бәйгеләрҙән ҡапыл һуғыш уты эсенә барып ингәндәй булыуы хәл-ваҡиғаларҙы ҡырҡа киҫкенләтә. Йәм-йәшел донъя күҙ алдында «ҡапыл ҡарайҙы ла ҡалдымы ни...» Егет ҡулында ла «ул ни күрһен — ҡамсы түгел, ҡылыс ине».

Яу эсенә барып ингән был һыбай егет шағирҙың дуҫы һәм ҡәләмдәше лә ул. Шағир кешегә лә ғүмер тик бер тапҡыр ғына бирелә, «шулай ҙа ул икеләтә тыуып, икеләтә йәшәп, бер үлә». Һуғышта ул икеләтә йәшәй: һалдат булып та, шағир булып та. Яуҙан ваҡыт урлай-урлай яҙған батыр хаҡындағы ҙур йыры — үҙе бер ғүмер, батырлыҡтары һалдат-шағирҙың үҙе хаҡындағы ла йыры ул. Уларҙың батырҙарса һуғышыуы ла, үлеме лә — үҙе үк ҡаһармандар поэмаһы.

Йыр итеп яҙған батыры ла, уны яҙыусы шағир үҙе лә яуҙа һәләк булғас, был өҙөлөп ҡалған йырҙы, героик поэманы дауам итеү иҫән ҡалған дуҫы — ҡәләмдәше өлөшөнә төшә. Шуға күрә «Йыр тураһында баллада» батыр һалдатҡа, һалдат-шағир Мәлих Харистың үҙенә ялҡынлы һүҙҙәрҙән, йырҙан ҡойолған поэтик һәйкәл төҫөн ала. Балладаның аҙағында аккорд булып тамамланыр «оса Ваҡыт, оса Йыр, оса Ер» тигән һүҙҙәр, гүйә, донъялағы мәңгелек хәрәкәтте, батырлыҡтың, йырҙың, шиғырҙың үлемһеҙлеген символлаштыра. Ошо рәүештә фәлсәфәүи мәғәнәле Ваҡыт төшөнсәһе, йыр булып йәшәр Батырлыҡ, шағир һәм һалдат образдары ысынбарлыҡтағы һәм шартлы, хатта символик хәл-ваҡиғалар аша поэтик һынланыш таба.

«Йыр тураһында баллада» әҫәре жанры яғынан «баллада» тип исемләнһә лә, уның сиктәре байтаҡҡа киңерәк. Әҫәрҙә ысынбарлыҡ күренештәре, тормошсан шиғри һынланыуҙар ҡапыл шартлы ваҡиғалар, символика менән аралашып китеү арҡаһында баллада танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Шулай итеп, баллада героик поэма жанрына яҡынлай.

3. Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын ятҡа һөйләү.




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 6185; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.013 сек.