Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы




1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы. “Айбикә” повесының темаһы һәм идея йөкмәткеһе.

2.Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” пьесаларының проблематикаһы, идея йөкмәткеһе, композицион ҡоролошондағы новаторлығы.

3.Ш.Бабичтың “Халҡым өсөн” шиғырын ятҡа һөйләү.

1.Һәҙиә Дәүләтшинаның фажиғәле яҙмышы һәм ижад юлы. “Айбикә” повесының темаһы һәм идея йөкмәткеһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһынан сыҡҡан тәүге иң күренекле яҙыусыларҙың береһе Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар өлкәһе Пугачев өйәҙенә ҡараған Хәсән ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Һәҙиәнең бала сағы Ырғыҙ йылғаһы буйына ултырған ошо Хәсән ауылында аслы-туҡлы уҙа. 1919 йылда тиф ауырыуынан атаһы үлеп киткәс, Һәҙиәнең тормошо тағы ла ауырлаша. Күп ваҡыты донъя мәшәҡәттәре, эш менән үтеүенә ҡарамаҫтан, тырыш һәм зирәк Һәҙиә оҫтабикәнең “ҡыҙҙар мәҙрәсәһе”нә йөрөп, бер ни тиклем һабаҡ өйрәнергә лә етешә. Совет хөкүмәте Хәсән ауылында ла озаҡламай яңы мәктәп астырып ебәргәс, Һәҙиә шул мәктәптә белем ала.

Ә 1920 йылда инде уның үҙен – ун биш йәшлек ҡыҙҙы –шул тирәләге Диңгеҙбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Бында бер йыл уҡытҡандан һуң, Һәҙиә Һамар ҡалаһынан килеп, яңы ғына ойошторолған татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1922 йылда Мәскәүгә күсеп китеү сәбәпле, уға техникумды тамамларға тура килмәй. Ваҡытлыса өҙөлөп торған уҡыуын ул 1924 йылда Өфө Башҡорт педагогия рабфагында дауам итә.

Ул 1927 йылдан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй башлай. 1932 йылда Мәскәүгә барып, китап нәшриәттәре өсөн мөхәррирҙәр әҙерләү институтына инә. Ләкин институтты тамамламаҫтан уҡ уны Баймаҡ районының “Йылайыр” орлоҡсолоҡ совхозына гәзит редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп эшкә ебәрәләр. 1935-1937 йылдарҙа Һәҙиә Дәүләтшина – Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Һәҙиә Дәүләтшина 1934 йылда СССР яҙыусыларының беренсе съезына делегат булып бара, унда М.Горький менән осраша.

Сталиндың шәхес культы йылдарында уға ҙур ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Әммә ниндәй генә хәлдә булһа ла ул Тыуған иленә, халҡына, киләсәккә булған ныҡлы ышанысын тамсы ла юғалтманы, кешелек намыҫына, яҙыусылыҡ бурысына һәр саҡ тоғро ҡалды.

1942 йылда Һәҙиә Дәүләтшина Башҡортостанға ҡайта һәм Бөрө ҡалаһында йәшәй башлай. Сәләмәтлегенең шаҡтай ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, 1942-1952 йылдарҙа төрлө эш араларында “Ырғыҙ” романын яҙыу менән шөғөлләнә. Бер романын яҙып бөтөр-бөтмәҫтән, Һәҙиә Дәүләтшина 1954 йылда Бөрө ҡалаһында йөрәк һәм үпкә ауырыуынан үлеп китә.

Һәҙиә Дәүләтшинаның ижад эше менән шөғөлләнә башлауы егерменсе йылдарҙың икенсе яртыһына тура килә. 1926 йылдың мартында “Башҡортостан йәштәре” гәзитендә уның “Һылыуҡай – пионерка” тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға.

Һәҙиә Дәүләтшина ижадының әүҙемләшеп китеүе утыҙынсы йылдар башына ҡарай. Был осорҙа ул ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәргә – повесть жанрына мөрәжәғәт итә. Шуның һөҙөмтәһе булып, 1931 йылда “Айбикә”, киләһе йылына “Башаҡтар тулкыны” тигән повестары донъя күрә. 1935 йылда уның “Хикәйәләр шәлкеме” исеме аҫтында һайланма әҫәрҙәренең тәүге китабы сыға. Һәҙиә Дәүләтшинаның иң ҙур һәм иң күренекле әҫәре – “Ырғыҙ” романы.

Һәҙиә Дәүләтшина 1930 йылда яҙған “Айбикә” тигән повесында элек иҙелеп, михнәт сигеп йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының яңы тормош төҙөү йылдарында нисек алдынғы кешеләр булып китеүҙәрен һүрәтләй. Быны ул башҡорт ҡыҙы Айбикәнең тормош юлын сағылдырыу аша бирә. Айбикә-саф күңелле, намыҫлы кеше. Айбикәнең ғүмере атаһы менән әсәһенеке кеүек гел михнәттә үтмәй, сөнки ул дауыллы революциялар осорона тура килә. Шулай ҙа Айбикә был бөйөк революцион үҙгәрештәрҙең асылын тиҙ генә төшөнә алмай әле.

Һ.Дәүләтшина Айбикәнең рухи яҡтан үҫеү тарихын ябайлаштырмай, уның ауыр ҙа, оҙайлы ла, ҡатмарлы ла икәнлеген асып бирә.

Айбикәнең донъяға, кешеләргә яңыса ҡарай башлауы уның үҙ кешелек хоҡуғын һәм ғорурлығын тәрән аңлауға алып килә. Былар уның аңы үҫеүен, рухи донъяһының кимәлен күрһәтә.

 

2.Азат Абдуллиндың “Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман” пьесаларының проблематикаһы, идея йөкмәткеһе, композицион ҡоролошондағы новаторлығы. Драманың беренсе бүлегендә Сәғәҙиевте хөкөм итеү залындағы ваҡиғалар һүрәтләнә. Ғәйепләнеүсенең колхозсылар өсөн торлаҡ йорттар, балалар баҡсаһы, теплица төҙөү өсөн сантехника ҡорамалдарын колхоз идараһы ҡарары буйынса төҙөлөш монтаж идаралығынан һатып алыуын асыҡлап шаһиттар береһе артынан икенсеһе һөйләйҙәр. Хөкөм итеү процесында Сәғәҙиевтең “Ҡыҙыл Нур” колхозында ун өсөнсө председатель булып эшләй башлау ваҡиғалары ла асыҡлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, фронттан ҡаты йәрәхәтләнеп ҡайтып, партия өлкә комитетында “йылы урында” эшләгән еренән, әленән - әле председателдәре алышынып торған һәм бөлгән колхозға бер тауыштан етәксе итеп һайлана. Тиҙ арала хужалыҡтарында ла, колхозсылар тормошонда ла инициативалы Сәғәҙиевтең тынғыһыҙ хәстәрлеге һөҙөмтәһендә ыңғай яңылыҡтар булдырыла.

Хөкөм ителеүсенең икенсе ғәйебе шунда: Сәғәҙиев бер төркөм колхозсыларын бушлай Ҡара диңгеҙ буйына ялға ебәрә, хатта был ваҡыт өсөн эш хаҡы ла түләй. Был осраҡта ла ул хужалыҡтың төп йүнәлешенән тайпыла, имеш.

Хужалыҡтың иҡтисады үҫеүе менән бергә хеҙмәт кешеләренең көнкүрешенә лә туранан-тура йоғонто яһай торған ярҙамсы хужалыҡтар булдырыу, консерва заводы, сәскәләр үҫтереү өсөн теплицалар төҙөтөүе менән дә Сәғәҙиев финанс тәртибен боҙған булып сыға. Беренсе бүлектә, шулай итеп, суд залындағы хөкөм итеүселәрҙең һәм хөкөм ителеүсе Сәғәҙиев менән уның яғындағы кешеләрҙең төп позициялары асыҡлана.

Драма Сәғәҙиевтең хөкөм ителеүе менән тамамланыуға ҡарамаҫтан, колхозсыларҙа председателдәренә ҡарата изге тойғо һүнмәй, эшләгән эштәренең хаҡлығына инаныу, киләсәккә өмөт ҡала. А.Абдуллин “Ун өсөнсө председатель” темаһын дауам итеп, “Һуңғы уҙаман” исеме аҫтында уның икенсе әҫәрен дә яҙҙы. Ике бүлектән торған “Һуңғы уҙаман” драмаһында “Ун өсөнсө председатель”дәге шул уҡ персонаҗдар тиерлек. Тик дүрт йыл үтеп киткән. Теге саҡта Сәғәҙиевте ғәйепләүселәр яғында торған йәнлек фермаһы мөдире Якупов хәҙер колхоз председателе булып алған. Хаҡлыҡ юллап, халыҡ күпме генә түрәләргә йөрөмәһен, Сәғәҙиевте аҡламағандар. Шаршау асылғанда “Ҡулына төйөнсөк тотҡан Сәғәҙиев күренә. Ул ныҡ үҙгәргән. Колхозда ла хәҙер күп нәмә үҙгәргән. Председатель Сәғәҙиев етәкселегендә төҙөлгән цехтар, фермалар, баҡсалар юҡҡа сыҡҡан, байлыҡ та һыуҙай ҡайҙалыр ағып киткән. Төшөнкө күренештәр менән осраша тамашасы “Һуңғы уҙаман” драмаһында. Быларға өҫтәп, Вьюгиндың яңынан эскелеккә һабышыуын, колхозсыларҙың күбеһенең өмөтһөҙлөккә бирелеүен дә әйтергә кәрәк.

3.Ш.Бабич.”Халҡым өсөн “

Ап-аҡ алтын йырҙарымды

Йырламайым данлыҡ өсөн

Йырлайым алтын илем өсөн

Үҙ туған халҡым өсөн.

Саф көмөштәй йырҙарымды

Йырламайым алтын өсөн

Йырлайым тик саф көмөштәй

Саф йөрәк халҡым өсөн

Сәскә төҫлө йырҙарымды

Йырламайым зауҡым өсөн

Йырлайым тик сәскәләй

Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн

Дәртле ҡайнар йырҙарымды

Йырламайым дәртем өсөн

Йырлайым тик мәңге шат

Дәртле,көләс халҡым өсөн

Иламайым мин көндәрем

Һырғаҡ,һыуыҡ,һалҡын өсөн

Илайым тик ярлы, меҫкен,

Ҡыҙғаныс халҡым өсөн

Йәш сағым,алтын сағым,

Ялҡын сағым булһын фиҙа

Халҡым алдында минең

Биргән таҙа антым өсөн.

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 4242; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.012 сек.