Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады




1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады.

2. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика

3. Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.

3. 1. Шәйехзада Бабичтың тормош юлы һәм ижады. Ш.Бабич 1895 йылда Дүртөйлө районы Әсән ауылында тыуған.Башланғыс белемде үҙ ауылы мәҙрәсәһендә атаһынан ала. Уҡырға йәшләй үк зирәк була. Ғ.Туҡай әҫәрҙәрен яттан белгән. Ҡаҙағстанда бер йыл самаһы балалар уҡытып йөрөй. Өфөгә ҡайта һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Мандолинала уйнарға яратҡан. 1916 йылдаТроицк ҡалаһына уҡытыусы булып китә. 1919 йылдың мартында фажиғәле рәүештә үлтерелә.

Шәйехзада Бабичтың ҡыҫҡа, әммә бай емешле ижад юлын өс осорға бүлеп ҡарарға мөмкин: 1910-1913 йылдарҙағы башланғыс ижады, 1914-1916 йылдарҙағы өлгөрөп етеү осоро һәм 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуңғы осор.

Тәүге ҡулъяҙма йыйынтыҡ “Эй, китап” тигән шиғыр менән асылып, “Бәхетһеҙ мин” исемле шиғыры менән дауам иткән була.

Бабич шиғырҙары 1914 йылдан алып матбуғат биттәрендә йыш күренә башлай. Тап ошо осорҙа ул “Халҡым өсөн”, “ Бай һәм ярлы”, “Кем өсөн?”, “Бер минут”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде”, “Көтәм”, “Үткән көндәр” кеүек иң күренекле шиғырҙарын ижад итә.

Шағир программа әһәмиәтендәге был шиғырын 1914 йылдың баштарында яҙа. Унда шағирҙың йәмғиәт тормошонда тотҡан урыны, шиғриәттең ижтимағи роле бик асыҡ итеп әйтеп бирелгән.

1914-1916 йылдарҙағы ижадында Бабич лирик шағир ғына булып түгел, бәлки үткер телле юморист һәм сатирик шағир булараҡ та киң танылып өлгөрҙө.

1916 йылда яҙылған “Ҡандала” исемле балладаһында кеше көсөн, кеше ҡанын һурып байыған байҙарҙы ҡан эскес ҡандалаға тиңләп һүрәтләне.

Бабич үҙенең күренекле ҙур әҫәрҙәренең береһен – “Ғазазил” исемле сатирик поэмаһын ана шул Алла, Иблестәрҙе һүрәтләүгә бағышланы. Ул 1916 йылда “Аң” тигән журналда баҫылды.

“Ғазазил” поэмаһына кешене нисек тә үҙҙәренә буйһондороу, рухи ҡол итеү өсөн Алла менән Иблестең үҙ-ара ҡаты тартышы сатирик көлөү, фашлау юлы менән күрһәтелә.

1918 йылдың көҙөндә Ырымбурҙа үҙҙәре ойошторған “Тулҡын” нәшриәтендә Ш.Бабичтың “Йәш Башҡортостан” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы баҫылды.

“Йәш Башҡортостан” китабына Ш.Бабичтың иң көслө патриотик, ҡаһарманлыҡ рухлы “алтын йырзары” ингән. Унда милли шиғриәтебеҙҙә алтындай ялтырар, ынйы-зөбәржәттәй төрлө-төрлө төҫтәрҙә балҡып китер “Башҡортостан”, “Ғәскәр маршы”, “Салауат батыр”, “Ҡурайҡайға”, “Көтәм”, “Беҙ”, “Яҙғы йыр”, һ.б исемле аҫыл шиғырҙары бар.

Шәйехзада Бабич – башҡорт поэзияһында киң танылыу тапҡан талант эйәһе. Уның башҡорт лирик поэзияһын һәм сатираһын үҫтереүҙәге роле айырыуса ҙур.

Шәйехзада Бабич поэзияһының иң яҡшы үрнәктәре илебеҙ халыҡтары әҙәбиәтенең алтын фондына инде, ул татар поэзияһының үҫешенә лә көслө йоғонто яһаны. Ә XX быуат башындағы башҡорт әҙәбиәте тарихында Бабич иң күренекле шағир булып Мәжит Ғафури менән йәнәш төп урынды алды.

 

. 2. Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһының идея - тематик йөкмәткеһе. Айгөл образына характеристика М.Кәримдең «Айгөл иле» драмаһында Айгөлдөң әсәһе Зөлхәбирәнең 1943 йылда яраланған ире янына госпиталгә китеүе, аҙаҡтан уның пленға эләгеүе, күп ғазаптарҙан һуң синьор Пиккиоға кейәүгә сығыуы, йылдар үткәс, Айгөлдө алырға ҡайтыуы, Айгөл иле менән осрашыуы күрһәтелә. Зөлхәбирә илен Пиккиоға алыштырған кеүек, Айгөл үҙ илен, Ватанын алыштыра алмай. Ватан бер генә, Ватан бөйөк, уны алмаштырыуҙы ғәфү итеп булмай. Бына әҫәрҙең төп идеяһы.

Драманың төп героиняһы-Айгөл.Ул сабый сағынан уҡ бабаһы Йәғәфәр Моратшин ҡулында тәрбиәләнгән. Донъяға һоҡланыусан, хыялланырға яратыусан бай тәбиғәтле ҡыҙ ул. Айгөл тыуған илен һөйә, намыҫлы, тоғро, саф һәм ғәҙел.

 

3. Ғ.Сәләм«Бала» поэмаһынан өҙөк

-Хуш бул!-тине Сәйҙел

Зәйнәбенә

Зәйнәп өндәшмәне Сәйҙелгә

Магнит тартҡан кеүек,бер-беренә

Ҡушылды тик ҡайнар ирендәр.

Бер минутҡа улар тынып ҡалды

Юғалттылар әйтер һүҙҙәрен.

Был күренеште мин һәм перрондағы

Электрҙар ғына күҙләне.

Зәйнәп менән Сәйҙел хушлашыуын

Электрҙар ниңә ҡарайҙар,

Ә мин поэмама герой итеп

Алмаҡ булып торам шуларҙы.




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 5694; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.008 сек.