Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет




Лтер, улым, фашисты

 

Ай, таң ине, таң ине,

Ҡыҙарып тыуған таң ине;

Тауына алтын нур ҡойған,

Талына көмөш нур ҡойған

Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө

Ҙур ҡояшлы таң ине.

 

Атаны түшәктән айырған,

Егетте ҡосаҡтан айырған,

Юлсыны атҡа мендергән,

Айҙы өрөп һүндергән,

Ҡараҡтың эшен бөлдөргән

Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө

Ҙур ҡояшлы таң ине.

 

Ай, таң ине, таң ине,

Ҡыҙарып тыуған таң ине;

Күгендә Сулпан балҡытҡан,

Күлендә суртан ҡарпытҡан,

Иңкешен балға осорған,

Кәкүген талға ҡундырған,

Ерҙе йоҡонан уятҡан,

Илде эшкә ҡуҙғатҡан

Йөҙ ҙә етмеш өсөнсө

Ҙур ҡояшлы таң ине.

 

Тау түштәрен алһыулатып,

Ошо таңыбыҙ атҡанда,

Алтын йоғаҡ – ал ҡояш

Ерҙе урап ҡайтҡанда,

Йәйрәп ятҡан ете ер;

Шул ете ер артында

Ташып ятҡан ете күл;

Шул ете күл артында

Шаулап торған ете урман;

Шул урмандар артында

Ҡайҡайып торған ете тау;

 

Шул ете тау артында –

Белоруссия илендә -

Тап Полесье күгендә

Ҡара ҡоштар осҡанын

Күреп тора Уралтау.

Ҡара ҡоштың суҡышы

Тимер – суйын икәнен,

Ҡара ҡанлы йөрәге

Тимер – суйын икәнен

Белеп торҙо Уралтау.

 

1.Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһында сағылдырылған осорҙоң үҙенсәлектәре һәм әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар.

2.Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирилауҙың поэтик үҙенсәлектәре.

3.Үҙегеҙгә оҡшаған йәш яҙыусы һәм уның әҫәре тураһында әңгәмә.

 

1. Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас” драмаһында сағылдырылған осорҙоң үҙенсәлектәре һәм әҫәрҙә күтәрелгән проблемалар.

Баязит Бикбай үҙенең “Ҡарлуғас” драмаһында Пугачев ихтилалы темаһына мөрәжәғәт итә. Әҫәр XVIII быуаттың икенсе яртыһында шул ваҡиғалар башланыр алдынан башҡорт халҡының ниндәй хәлдә йәшәүен һәм халыҡты был ихтилалға алып килгән сәбәптәрҙе асып бирә. Автор законһыҙ ер һатыу һәм тартып алыу, һалымдарҙың күтәрелеүе, байлыҡ артынан ҡыуыу кеүек проблемаларҙы күтәрә.

Был осорҙа Башҡортостан ике быуат буйы урыҫ дәүләте составында була. Рәсәйҙең хакимлығы хеҙмәтсән халыҡ өҫтөнән бығаса булған иҙеүҙе тағы ла көсәйтте: феодаль иҙеү өҫтөнә милли иҙеү өҫтәне. Күтәрә алмаҫлыҡ һалымдар халыҡ елкәһенә ауыр йөк булып ята. Бер төркөм байҙар халыҡты ерһеҙ, һыуһыҙ ҡалдырып, уны тәбиғәт байлыҡтарынан файҙаланыуҙан мәхрүм иткән. Яҙыусы быны Ырыҫҡол образында күрһәтә. Тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғынан мәхрүм ителгән Ырыҫҡол ғаиләһе аслыҡҡа дусар ителә. Кеше талаусы йыртҡыс чиновниктар, һалым түләмәгән өсөн, уның ғаиләһен бар булған әйберҙәрен талап сығып китәләр.

Крайҙы колонизациялау һөҙөмтәһендә башҡорт ерҙәрен талау тағы ла оятһыҙыраҡ төҫ ала һәм халыҡты хәйерселектең һуңғы сигенә килтереп еткерә. Автор хаклыҡ йөрәгендә иҙеүсе синыфтарға ҡаршы тороу тойғоһоноң нисек ихтилалға алып килеүен оҫта асып бирә.

Драманың иң сағыу халыҡ образын тыуҙырыусыларҙан беренсе урында Шатморат һәм Ҡарлуғас тора. Шатморат көрәшеүсе массаның башында тора һәм уның менән бергә әҫәрҙең героик характерын тәшҡил итә.Уның образында халыҡтың батырлыҡ, тоғролоҡ һәм азатлыҡ көрәшендә үҙ-үҙеңде аямау кеүек иң яҡшы сифаттары тупланған. Халыҡ бәхете өсөн көрәштә Шатморат яңғыҙ түгел, ул халыҡҡа таяна һәм унан көс ала.

Ҡарлуғас образы лирик планда асыла. Ул халыҡ рухының бөйөклөгөн, көсөн һәм гүзәллеген, уның азатлыҡҡа һәм бәхеткә ынтылыуын сағылдыра.

Халыҡ вәкилдәре образдары аша яҙыусы халыҡ күңеленең сафлығын һәм гүзәллеген, уның көсөн, ҡеүәтен сағылдыра. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын халыҡ берҙәм, тыуған ерен һөйөп, ҡәҙерләп, яҡлап йәшәргә тейеш.

 

2. Хәсән Назарҙың “Шәмсыраҡ” поэмаһы. Әҫәрҙең композицион үҙенсәлеге. Поэманың лирик геройы, уны тасуирлауҙың поэтик үҙенсәлектәре.

Хәсән Назар “Шәмсыраҡ” поэмаһында уйы-күңеле менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, замандаштарының бөгөнгө яҙмыштары, әҙәп-әхлаҡ донъялары хаҡында уйлана.

Шәмсыраҡ нимәне аңлата һуң ул? Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенә мөрәжәғәт итәйек. Шәмсыраҡ – аҫыл таш тигән мәғәнәлә. Әгәр ҙә шәм-сыраҡ һыҙыҡса яҙылһа – ут яҡтыһы бирә торған төрлө яҡтыртҡыс.

Автор шәмсыраҡтай булып янған рухи донъяһына алып инә. Шағирҙың уй-кисерештәрен беҙ уның 30 йыл элек Морат дуҫына әрменән яҙған хаты буйынса белә алабыҙ.

Лирик герой бәләкәй саҡтан башлап үҙендә әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләгән. Көтөү көткәндә уның ҡулында һәр саҡ китап булған, риүәйәттәр уның күңелен йылытҡан.

Шағирҙың ижадында ҡыҙыл еп булып тәбиғәт темаһы тора. “Шәмсыраҡ” поэмаһында ла Х.Назардың тыуған яҡҡа булған һөйөүен күрәбеҙ. Һалдат Козельск ҡалаһында хеҙмәт итә, яҡында ғына Жиздра йылғаһы ағып ята, тик уға былар ят. Лирик герой тыуған ауылы Таулыҡайҙы, Ҡороюл йылғаһын “үлеп” һағына.

Һалдат кескәй саҡтан эшкә өйрәнеп үҫкән: көтөү көткән, әсәһе менән утын ташыған, ун биш йәштән башлап һабансы булған. Тик яҙмышы ниндәй генә ауыр булмаһын ул күңелен таҙа, матур итеп һаҡлаған. Һәр бер йөрәк шәмсыраҡ кеүек нурлы, таҙа булһа, кешенең үҙенә лә йәшәргә еңелерәк, донъя ла матурыраҡ булыр ине.

Әҫәрҙә ҡоршаулы сюжет. Поэма автор һүҙе менән башлана һәм бөтә, әҫәрҙең үҙәгендә лирик геройҙың хаты тора.

3. Үҙегеҙгә оҡшаған йәш яҙыусы һәм уның әҫәре тураһында әңгәмә.




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3412; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.014 сек.