КАТЕГОРИИ: Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748) |
Сы билет. 1.Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында сағылдырылған осор
1.Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһында сағылдырылған осор. Әҫәрҙең проблематикаһы һәм образдар системаһы. 2.Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы. 3.Рауил Бикбаевтың “Халҡыма хат” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү. 1. Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» трилогияһында сағылдырылған осор. Әҫәрҙең проблемаһы һәм образдар системаһы. Үткән быуаттың 50-се йылдары аҙағында Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы баҫылып сыға. Китапты ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, һуңынан роман Мәскәүҙә, башҡа ҡалаларҙа СССР халыҡтары телдәренә тәржемә ителә, совет әҙәбиәте классикаһына индерелә. «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдарының дауамы – «Яҡтыға» трилогияһын тәшкил итә. Тәү ҡарашҡа бәләкәй генә башҡорт ҡатыны рухи ҡаһарманлыҡ эшләй – Совет көнсығышының яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге трилогия авторы була. Зәйнәб Биишеваның «Яҡтыға» әҫәрҙәрендә егерменсе быуаттың тәүге ике тиҫтәнән ашыу йылдарында башҡорттар тормошоноң киң тарихи панорамаһы талантлы сағылдырылған, милли әҙәбиәттә Элгәргерәк быуындар, уның “Яҡтыға” трилогияһын ҡат-ҡат уҡып, Емештең хис-тойғоларын, кисерештәрен үҙе аша үткәреп, әҙибә һүрәтләгән сафлыҡҡа һәм яҡтылыҡҡа табынып үҫте. Төп образ булған Емеш күптәрҙең яратҡан әҙәби геройына әүерелде. Һәр кемдең күңелен һәм аҡылын яулаған был әҫәр башҡорт халҡының ХХ быуат башындағы һуғыштар, тетрәнеүҙәр, түңкәрелештәр осоронан башлап 30-сы йылдарға тиклемге тарихын һүрәтләй, халҡыбыҙҙың шул дәүерҙәге тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ѓәҙәттәрен, холоҡ-фиғелен әллә ниндәй ғилми хеҙмәттәргә ҡарағанда ла төплөрәк, ентеклерәк итеп тасуирлай. “Кәм һетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын берләштергән трилогия башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә һәм танытыуға сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе. 2. Рауил Бикбаевтың гражданлыҡ поэзияһы. Гражданлыҡ поэзияһының үҙенсәлектәре. Рауил Бикбаевтың поэзияһы — гражданлыҡ рухы менән һуғарылған ялҡынлы шиғриәт. Гражданлыҡ поэзияһы тип ғәҙәттә тыуған ил, халыҡ, йәмғиәт тормошона арналған, публицистик пафос менән һуғарылған шиғырҙарға әйтәләр. Тап ана шундай пафослы шиғырҙар, поэмалар Рауил Бикбаев поэзияһының төп өлөшөн тәшкил итә һәм үҙенсәлекле сифаттарын билдәләй. Ул күпмелер дәрәжәлә рус поэзияһындағы В. Маяковский, А. Твардовский, үҙебеҙҙә Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Рәми Ғариповтарҙың поэтик традицияларына тартым. Рауил Бикбаев шиғриәтендә хис-тойғолар ни тиклем генә ташып тормаһын, унда барыбер тәрән аҡыл — фекерҙәр өҫтөнлөк ала. Уның поэзияһы шул халыҡсан аҡыллылығы, тос фекерҙәре, тапҡыр һүҙҙәре менән көслө лә. Рауил Бикбаев йыш ҡына уҡыусының үҙенә, шиғриәт һөйөүсегә, уның зиһененә, намыҫына туранан-тура мөрәжәғәт рәүешендә асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ярата. Уның «Автобиография», «Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат» әҫәрҙәренең һәм башҡа күпселек шиғырҙарының үҙ исеменән һөйләгән монолог алымына ҡоролоуы ла ошо фекерҙе ҡеүәтләй. Халыҡ ижадына хас булған поэтик диалог алымын ҡулланып, ул әйтәһе һүҙен үтемлерәк итеп еткереүгә өлгәшә. Бына «Ваҡыт менән һөйләшеү» диалогы: - Эй һин, Ваҡыт, аяу белмәҫ Ваҡыт, Йән өрәһең, өрөп һүндерәһең, Йәлләмәйһең ниндәй ҡарашты... Табипмы һин, әллә ҡатилмы һин, Врачмы һин әллә палачмы? — Мин врач та, мин палач та түгел, Үҙең менән, кешем, бутама! — Яртың табип, яртың ҡатил итеп Һин үҙеңде ярҙың урталай. Бында кеше Ваҡыт алдында нимәнелер бар итеп, уны кире юҡ итеүгә бәйле ҡатмарлы фәлсәфәүи һорау ҡуя. Ә Ваҡыт уның кешенең үҙенә, үҙ булмышына бәйле икәнлеген төшөндөрөп яуап бирә. Ваҡыт ағышына ҡарата боронғо бер фәйләсүф, Ваҡыт үтмәй, кеше, һин үҙең үтәһең, ти. Ысындан да, Ваҡыт — ул мәңгелек. Материяның йәшәү формаһы. Ысынбарлыҡта Ваҡыт үтмәй, кешеләр, тере йәндәр генә донъяға килә һәм үтеп китә. Тимәк, кешенең тыуымы булғас, үлеме лә бар. Тимәк, ундай йәшәү — табиплыҡ та, үлем — ҡатиллыҡ та үҙендә, үҙ булмышында. Ана шундай фәлсәфәүи мәғәнә ята әле ге ике строфала — кеше һорауы һәм Ваҡыт яуабында. «Ваҡыт менән һөйләшеү» диалогының алдағы һорау һәм яуаптарының айышы — ошондай уҡ ҡапма-ҡаршы төшөнсәләрҙе аңлатыу фәлсәфәһе артабан уның ижадында дауам итә. Бына «Бикбай менән Бикбай һөйләшеүе»: Эй, Бикбайым, ҡайҙа ҡалды егет сағың, Убаларҙа уйнап туймаҫ кейек сағың, Күк үләндән йондоҙғаса бейек сағың, Ерле юҡтан бойоҡ сағың, көйәк сағың? Намыҫымды ҡаплар майҙар йоҡмай әле, Ғүмер ғәфләт йоҡоһона йыҡмай әле, Йәшлек ене минән һаман сыҡмай әле... Был диалогта Ваҡыт менән һөйләшеү үҙенсә дауам итә. Бында йәш Бикбай менән өлкән Бикбай һөйләшә. Әммә йылдар ағышынан кеше нисек кенә үҙгәрмәһен, ҡартаймаһын, ул барыбер үҙе, булмышы менән бер булып ҡала. Быны һуңғы строфа йөпләп ҡуя: — Алдайһыңмы әллә тура атлайһыңмы, Нисек кенә йәшәһәң дә — үҙ яйыңда. Берәү генә яҙмышың да, намыҫың да, Берәү генә Рауилың да, Бикбайың да. «Мәңгелек мәл» исемле поэмаһында әйткәнсә, Рауил Бикбаев «бер мәл генә кеүек мәңгелегең, һәр бер мәлең мәңгелектәй бөйөк» тип, үҙ шиғриәтендә мәлдәрҙе мәңгелектәй итеп, мәңгелектәрҙе мәлдәр теҙмәһендәй күреп тасуирларға ынтыла, шағир оло төшөнсәләр, ҡыйыу фекерҙәр, отошло шиғри табыштар менән эш итә. 3. Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү. Туған телем минең! Күпме һүҙең Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана. Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам. Туған телкәйемдең хәлдәренән Бәғерҙәрем яна, теленә. Халҡыма мин ошо хатты яҙам, Оран һалам башҡорт иленә.
Еркәйемдең тарих һөйләмәгән Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы. Ишетәмен әле ҡылыс сыңын, Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.
Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа, Күпме наҙ бар дала елендә. Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып, Һөйләшәләр башҡорт телендә.
Башҡорт балаһы мин, Ер хәтерендә Мең йыл уйылып барған эҙем бар. Быуындарға ялғап быуындарҙы, Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
Шул тел менән халҡым хаҡ яҙмышын Ҡайһы быуаттарға яҙмаған. Күпмеаҫыл ерҙәренән яҙған, Күпме аҫыл ирҙәренән яҙған, Күпме аҫыл йырҙарынан яҙған, Тик моңонан, теленән яҙмаған.
Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3204; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы! Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет |