Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1.Хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш йүнәлештәре




1.Хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш йүнәлештәре.

2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.

3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.

 

1.Хәҙерге әҙәбиәттең үҫеш йүнәлештәре.

Егерме беренсе быуатҡа ҡарар хәҙеге башҡорт әҙәбиәте жанрҙары, тематикаһы, күтәргән прблемалары, поэтикаһы, тел-стиль үҙенсәлектәре менән бик бай һәм төрлө-төрлө. Уның проза, поэзия, драматургия төрҙәре заманса юғары кимәлгә күтәрелә килә.

Ике быуат арауығында – 90-сы йылдар менән 21-се быуат башында – ҙур эпик жанрҙар үҫешенең яңы этабы башланды. Ошо осорҙа Европа тибындағы киң эпик ҡоласлы, тәрән йөкмәткеле хәҙерге милли башҡорт романы формалашты. Уның төрлө жанр формалары барлыҡҡа килде. Классик роман тибы йәнәшәһендә дилогия, трилогия, хатта пенталогия яҙылды. Быларҙың үрнәктәре итеп, Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй”, Роберт Байымовтың “Сыбар шоңҡар”, Аҫылғужаның “Салауат йәше” һәм башҡа әҫәрҙәрҙе атарға мөмкин.

Хәҙерге башҡорт романдарын өс типҡа бүлеп ҡарарға мөмкин: героик-романтик (Ә.Хәким “Һауыр ҡумта”, “Думбыра сыңы”); социаль-тарихи (Я.Хамматов “Төньяҡ амурҙары”; Н.Мусин “Шунда ята батырҙар һөйәге”); тарихи-документаль романдар (Ғ.Хөсәйенов “Ҡанлы илле биш”, М.Иҙелбаев “Юлай улы Салауат”, Ғ.Хөсәйенов “Батырша”, Р.Бикбаев “Рәми”).

Хәҙерге повесть жанры проблемалар үткерлеге, күркәм образдары, тасуирлау сараларының байлығы, стиль һыҙаттары менән айырылып тора. Мәҫәлән, Талха Ғиниәтуллиндың “Ҡапҡа”, “Кисеү” повестарында ҡырыҫ реаллек, киҫкен ситуациялар, төрлө характерҙар тасуирлана. Әмир Әминевтың “Ҡытайгород”, “Танкист”, “Усман ташы” повестарында хәл-ваҡиғалар үтә ҡабартып һүрәтләнә һәм уҡыусының иғтибарын йәлеп итә. Хәйҙәр Тапаҡов повестары лирик ағымы, яҡты тасуири алымдары менән айырыла. Хәҙерге автобиографик повестар был жанрҙағы матур традицияларҙы байыта.(Я.Хамматов”Тормош һуҡмаҡтары”, Ғ.Хөсәйенов “Яҙмышыма яҙғаны”, Рәшит Солтангәрәев “Ауылым минең- яҙмышым минең”).

Хәҙерге әҙәбиәттә бәләкәй жанр формаларынан хикйәләр, нәҫерҙәр, парсалар, хикәйәттәр үҙҙәренең ыҡсымлығы, фекер тығыҙлығы, тел-стиль йыйнаҡлығы менән айырылып тора(М.Кәрим “Ғүмер миҙгелдәре”, З.Ураҡсин “Уймаҡ хикәйәләр”, Р.Ханнанов “Нәҫерҙәр”, Т.Ғәниева “Фәһемдәр”).

Бөгөнгө драматургияла Мостай Кәримдең драма традицияларын уңышлы дауам иткән драматургтарҙан Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Илшат Йомағолов хәҙерге замандың һәм үткәндәгеләрҙең яңы типтарын, драматик ваҡиғаларын сәхнәгә сығарҙы.

Яңы дәүерҙә халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғриәте гражданлыҡ рухы, публицистик стиле менән яңғыраш тапты. Уның “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”, “Халҡыма хат”, “Система” тигән поэмалары ике быуат араһындағы ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларҙы үткер һәм киҫкен итеп сағылдыра. Тимер Йосопов, Хәсән Назарҙың шиғыр һәм поэмалары яңы быуат ауазы булып ишетелде.

Хәҙерге поэзиябыҙ жанр һәм стиль төрлөлөгөнә лә бик бай. Унда йыр, ҡобайыр, баллада, элигия, шиғри парса, ике, дүрт юллыҡтар кеүек төрлө жанр формаларын күрергә мөмкин.

 

2.Рәшит Солтангәрәевтың “Хамбал” хикәйәһе, халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ауыл тормошон кәүҙәләндереү. Хамбал образы.

Хикәйәләге ваҡиғалар һуғыш осоронда, ирҙәр фронтта саҡта бара.

Хамбал – колхоздың пәләүәте. Был ҡушаматты ҡасан, кем биргән, нимәне аңлата? Быны бер кем дә белмәй. Әммә Хамбал тигәнде ишетһә, Хамматтың ене тота.

Хамбал ашлыҡ яланын ҡарай. Башаҡҡа барған балаларҙы тотоп туҡмай, малдар ашлыҡҡа төшһә, штраф һалдыра, йә ике-өс көн ас тота.

Әлбиттә, баҫыуҙа ятып ҡалған башаҡты балаларҙан башҡа бер кем дә йыймай, барыбер ятып серей. Тик Хамбалдың үҙ хөкөмө. Ләкин Хамбал бер ҡатлы, ҡушылғанды тайпылышһыҙ үтәүсе түгел. Ул бик мәкерле. Колхоз милкен ҡурсалауҙан бигерәк ярҙамсыһыҙ ҡалған бала-саға, ҡатын-ҡыҙ өҫтөнән хакимлыҡ итә алыуы, теләһә ниндәй яза бирә алыуы менән кинәнә. Балаларҙы туҡмай, эштән ҡайтыусы ҡатын-ҡыҙҙы тикшереп, иген тапһа, тейешле ергә хәбәр итә. Шулай итеп йәш ҡатын Миңнисаны, өс сабыйын үлемгә дусар итеп, төрмәгә оҙата, үҫмерҙәр Нурулла менән Байбулатты һәләк итә.

Хамбал кеүектәр замана емеше. Яҙыусы әҫәрендә яуапһыҙ яуызлыҡты ғына һүрәтләмәй, яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә лә саҡыра. Хамбалға балалар ҙа ҡаршылыҡ күрһәтә: уны тыңламайҙар, ирештерәләр. Ҡатын –ҡыҙҙар ҙа көрәшә, нәфрәттәрен белдерә. Әммә берҙәм булған да ғына Хамбалдарҙы еңеп сыға аласаҡтарын улар белмәй әле.

Аҙаҡ шулай килеп сыға: Тирәкле ауылының символына әйләнгән тирәкте киҫеп, ситтәргә утынға һатып ебәргән Хамбалға ҡаршы бөтә ауыл күтәрелә һәм еңеп сыға.

Хамбалдың көнө бөтә. Аҡылдан яҙған тигән хәбәр тарала, ә бер буранлы көндә ул юғала. Кәүҙәһе тирәк төбөнән ҡар ирегәс кенә табыла.

Халыҡ уны ғәфү итмәй. Ҡәберен дә ауыл зыяратында түгел, ситтә ҡаҙалар.

Хикәйәлә ғәҙеллек тантана итә, ә ысынбарлыҡта замана хамбалдары бөгөн дә әле бында, әле тегендә йөрөп ята.

3.Мостай Кәримдең “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” шиғырын ятҡа һөйләү.

 

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа

Ерҙә мин бер шундай юламан,

Көндөҙ мин – ҡояшҡа, ә төндәрен

Йондоҙҙарға ҡарп юл алам.

 

Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,

Сәсемдә сал – йылдар туҙаны,

Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә

Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.

 

Тик ҡояшты болот ҡаплап китә

Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.

Йондоҙҙар ҙа,

Хатта йондоҙҙар ҙа

Томалана төнгө томанда.

 

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә

Ғүмер юлы тигән араны

Уҙған саҡта,

Йондоҙҙарҙай күреп,

Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,

Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу

Күҙҙәренә ҡарап барамын,-

Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,

Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

 

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 3553; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.077 сек.