Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары




1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”.

2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.

3. Д.Юлтыйҙың “Атлан, батыр!” шиғырын ятҡа һөйләү.

1. Дауыт Юлтыйҙың ижады. Беренсе донъя һуғышына ҡаршы протест белдереп яҙылған шиғырҙары: “Сумка”, “Шинель”, “Ҡан баҙары”

Ун етенсе йылда революция тулҡындары менән башҡорт әҙәбиәтенә бер төркөм яҙыусылар килде. Улар — түбәндән күтәрелеп, үткән тормоштоң әсеһен-сөсөһөн иртә татыган кешеләр — социалистик революцияны тәбрикләп кенә ҡалманылар, бәлки ҡулдарына ҡорал тотоп, совет власын яҡларға сыҡтылар, яу фронттарын кистеләр.

Талантлы бай ижады менән Дауыт Юлтый башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы яҙыусыларҙың береһе булды. Ул — яңы типтағы башҡорт әҙәбиәтенең классигы. Д. Юлтый демократик йөкмәткеле башҡорт матбуғатын, театр сәнғәтен һәм драматургияһын нығытыуҙа ла ғәйәт ҙур хеҙмәт күрһәтте.

Ырымбур губернаһындағы Туҡ йылғаһы буйында ултырған Юлтый тигән ауылдың ана шундай ярлы өйҙәренең береһендә 1893 йылдың 18 апрелендә Дауыт Юлтый донъяға килгән.

Беренсе бөтә донъя һуғышы осорондагы шиғырҙары. Беренсе донъя һуғышы Дауыт Юлтый тормошона һәм ижадына киҫкен үҙгәрештәр алып килде. 1914 йылдың көҙөнән армияға алынып, оҙаҡламай фронтҡа барып эләккәс, һалдаттың окоп тормошо, утлы яу, ҡан-йәш, үлем шинель кейгән, мылтыҡ тотҡан йәш кешене аяныслы уйҙарға, хафаларға һала. Тәүҙә унда шиғыр ҡайғыһы түгел, баш ҡайғыһы көслөрәк.

Бер аҙ окоп тормошона, фронт шарттарына күнегә төшкәс, Дауыт Юлтый һалдаттың донъяға күҙе асылғандай, һуғыштың асылын аңлағандай була. «Шинель», «Сумка», «Ҡан баҙары» кеүек шиғырҙары ошо хаҡта һөйләй.

«Шинель» (1915) шиғырында шинель кейгән һалдат образы күҙ алдына килә. Һалдат йәйен дә, ҡышын да — йыл әйләнәһенә үҙенә окопта түшәге-юрғаны урынына булған, һалҡындарҙан һаҡлаған шинеленә мең афарин әйтеп, үҙенсә күңелен йыуата.

1916 йылда яҙылған «Сумка» шиғырында иһә шағир ҡыйыу ғына һорауҙар ҡуя: «...өсөнсө йыл ҡанлы һуғыш, ҡасан бөтөр ер өҫтөндә был ҙур вәхшәт, был ҡан түгеш?» — ти.

Барыһы хәйлә, барыһы золом,

Улар тик беҙҙе һаталар,

Беҙҙең башты буштан-бушҡа

Ҡанға батырып югалталар, —

тип яуабын да бирә ул быға. Был инде һуғышҡа, ҡан ҡойошҡа һалдаттың протест тауышы. Һалдат баштары иҫәбенә һуғыштан ҙур табыш алған һуғыш суҡмарҙарын — генералдарҙы шағир йәнҡыярҙар тип атай.

Бына Дауыт Юлтый көн дә күреп, тойоп торған тамаша. Алда — ут һәм ҡан аралашып меңәр саҡрымға һуҙылған фронт һыҙығы. Һалдат шағир шуларҙы 1916 йылда яҙылған «Ҡан баҙары» шиғырында йәне әсенеп тасуирланы. Автор «ҡан баҙарынан» нисек ҡотолоу юлдарын әйтеп бирә алмаһа ла, кемдәрҙең һалдат ғүмерҙәре иҫәбенә байыуын ҡәһәрләп атаны. Ватан исеме менән һалдаттарҙы ут, үлем эсенә ҡыуыусыларҙы ялған патриоттар тине.

Дауыт Юлтыйҙың иң тәүҙә фронтта яҙылған шиғырҙары һуғышты тасуир-лауҙан, ниндәйҙер бер ҡара көстәр арҡаһында миллиондарҙың ҡандары түгелеүгә зарланыуҙан торалар. һуңға табан быларҙың сәбәптәре тикшерелә, асыла бара. «Шинель», «Сумка» шиғырҙары аша «Ҡан баҙары»на килеп етәләр. Дауыт Юлтыйҙың «Шинель», «Сумка», «Ҡан баҙары» һәм бүтән фронт шиғырҙары заманында хат эстәрендә йәки ҡуйын дәфтәрҙәрендә ҡулъяҙма көйө ҡалһа ла, уларҙың шағир-һалдаттың үҙенең һәм ҡоралдаштарының шул дәүерҙәге уй-кисерештәрен, һуғышҡа мөнәсәбәттәрен аңлауҙа әһәмиәттәре бар.

2. Н. Нәжмиҙең “Тыуған ил тураһында йыр”, “Ватан” шиғырҙары, уларҙа патриотизм темаһы.

Һәр шағир ҙа тыуған ил, тыуған ер тураһында шиғырҙар яҙмай ҡалмай. Улай ғына түгел, шағирҙың лирикаһы — ул тәбиғәт, тыуған ауыл тураһындағы шиғырмы, кешеләр хаҡындамы — ул һәр саҡ илһөйәрлек уй-тойғолары менән бергә үрелеп бара.

Назар Нәжмиҙең лирик ижады ла ошо рух менән һуғарылған. Уның тыуған яғына, ауылдаштарына бағышланған шиғырҙары байтаҡ. Тыуған республикаға, Ватанға оло һөйөү тойғоларын шағир лирик планда ғәҙәти хәл-ваҡиғалар, тәбиғәт күренештәре аша һүрәтләй.

«Тыуған ил тураһында һүҙ» шиғырының тәүге ике строфаһынан уҡ тыуған илдең беҙ күреп, тойоп белмәле поэтик һыны күҙ алдына баҫтырыла:

Иңләп-буйлап сыға алмаҫлыҡ үҙен, Ҡар буранлы, яҡты -ҡояшлы.

Башҡаларға, юҡ, ул оҡшамаған,…Һәм үҙенсә ата таңдары.

Йәйҙәре — йәй, ҡыштары — ҡыш уның, Көҙҙәре — көҙ һәм яҙ— яҙҙары.

Йыл миҙгелдәренең телгә алыныуы ла тиктәҫкә генә түгел, тыуған илде һөйөү тойғоһоноң биҙәктәрен асып биреүгә йүнәлтелә улар:

Ул яғымлы йылы яҙы кеүек,… Һөйәм уны шулай булғаны өсөн, Төрлө булғаны өсөн көндәре...

Һуңғы строфа илһөйәрлек тойғоһон тағы көсәйтеп, шиғри аккорд булырлыҡ юлдар менән тамамлана:

Мин уныҡы йәнем-тәнем менән, Уның өсөн ҡан да, һулыш та.

«Ватан» шиғырында Назар Нәжми «Ватан» төшөнсәһен, ҡарамаҡҡа абстракт булып тойолған төшөнсәне, үҙенсә конкрет итеп, йәнә тәбиғәт күренештәренә сағыштырып, күңелдәргә етмәле итеп тасуирлай. «Нимә ул Ватан?» — тигән һорауҙы ҡуя ла: «Ватан, — тимен, — әсәм тыуған ер, Ватан, — тимен, — атам тыуған ер», — тип теҙеп китә.

Ватан, — тимен, — атам һәм әсәм Һөйләшкән тел — туған телем ул. Шул тел аша йәшәү-ғүмерҙең Тәрәнлеген асҡан ерем ул. Ватан, — тимен, — урман шаулауы, Урман шаулай миңә шул телдә. Ватан, — тимен, — ҡоштар һайрауы, Ҡоштар һайрай миңә шул телдә... Был төшөнсәне шағир географик атамалар аша ла киңәйтә бара:

Ватан, — тимен, — Урал, Ағиҙел, Иген иккән ерҙәр, убалар.

Шиғырҙың һуңғы строфаһында тағы киңерәк поэтик йомғаҡлау яһап ҡуйыла:

Бәләкәйме, ҙурмы — Ватан бер, Шул бер булып йәшәй күңелдә, Ватан — ер ул, Ватан — кешеләр, Ул тәрәндә, йөрәк төбөндә.

Назар Нәжми лирикаһында Тыуған ил, Ватан темаһы шулай тәбиғәт күренештәрен, төрлө тарафтарҙы, киңлектәрҙе шиғри тасуирлау аша илһөйәрлек уй-тойғолары менән һуғарылып бирелә.

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 4157; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.018 сек.