Студопедия

КАТЕГОРИИ:


Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748)

Се билет. 1. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы




1. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

2. Рәшит Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе. Ҡарт әсәнең уй-һағыштарының сағылышы. Хикәйәнең психологизм алымдары.

3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.

 

 

1. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

Революция һәм граждандар һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

1917 йылғы ике революция ирек һөйгән башҡорт халҡын яңынан көрәш майҙанына сығарҙы. Февраль революцияһынан һуң Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендә ер, ирек, үҙ аллы дәүләт өсөн башҡорт хәрәкәте башлана. 1917 йылдың декабрендә Ырымбур ҡалаһында йыйылған Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт хөкүмәте төҙөлөүен иғлан итә.

Шул уҡ ҡоролтайҙа “Йәш Башҡортостан йәштәре берлеге” тигән (аҙаҡ “Тулҡын” исемендә) бер ойошма барлыҡҡа килә. “Тулҡын” ойошмаһының маҡсаты: милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, сәнғәтте үҫтереү, халыҡҡа хеҙмәт итеү. Был ойошманың етәкселәренең береһе Шәйехзада Бабич була.

Октябрь революцияһына мөнәсәбәттә яҙыусылар аңында һәм ижадтарында айырмалыҡтар ҙа беленә. Әгәр “Тулҡын” ойошмаһы менән Башҡорт хөкүмәте тирәһенә тупланған Ш.Бабич, Х.Ғәбитов һәм бүтән шағирҙар, Октябрь революцияһын ҡабул итмәй, милли автономияны яҡлаһалар, башҡа яҙыусылар социалистик революция идеяларына теләктәшлек белдерҙеләр. Улар: Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Мәжит Ғафури, Булат Ишемғол, Ғариф Ғүмәр, Имай Насыри һ. б.

Граждандар һуғышы йылдары башҡорт яҙыусылары өсөн ҙур һынау осоро булды. Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Ғариф Ғүмәр ҡулдарына мылтыҡ тотоп аҡтарға ҡаршы фронтта һуғыштылар.

1919 йылда “Башҡортостан хәбәрҙәре”, “Көрәш”, “Шәреҡ ярлылары” тигән гәзиттәр сыға башлай. Уларға аҙаҡ “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Ҡыҙыл яу”, “Ҡыҙыл ҡурай” гәзиттәре ҡушыла. Китап баҫыу эштәре яйлап юлға һалынды. Башҡорт дивизияһы Петроградты дошмандарҙан һаҡлап ҡалышҡаны өсөн Петроград эшселәре Башҡортостанға типография бүләк итәләр. Шуның нигеҙендә Стәрлетамаҡта Республика дәүләт нәшриәте ойошторола.

Башҡорт шағирҙары граждандар һуғышы йылдарында совет власын, илде дошмандарҙан һаҡлап ҡалыуҙа халыҡты батырлыҡтарға өндәр, йән аямай көрәшергә дәртләндерер шиғырҙар яҙҙылар. Мәҫәлән, М.Ғафури “Ант”, Д.Юлтый “Атлан, батыр”, Сәйфи Ҡудаш “Бирсәткә йыры”

Яңы әҙәбиәт яңы геройҙан башлана. Башҡорт совет проза жанры ла революция яһаған, граждандар һуғышы фронттарын кискән яңы кешене – ҡыҙыл армеецты, большевиктарҙы һүрәтләүҙән башланды.

Граждандар һуғышы йылдары – башҡорт совет драматургияһыныңда майҙанға килеү осоро. Яңы драматургия башҡорт театры менән берлектә үҫеп китте. 1919 йылдың аҙағында Стәрлетамаҡта күренекле режиссер һәм артист Вәли Мортазин Башҡорт дәүләт театрын ойошторҙо, беренсе башҡорт пьесаларын ҡуйҙы.Тәүге спектаклдәр Ф.Сөләймәновтың “Салауат батыр”, Мөхәммәтша Буранғоловтың “Ашҡаҙар” пьесалары буйынса ҡуйылды. 1920 йылдан башлап Д. Юлтыйҙың “Ҡарағол” драмаһы, Ырымбур сәхнәләрендә Афзал Таһировтың агитпьесалары уйнала.

Шулай итеп, 1917 йылғы революциялар, граждандар һуғышы осоронда, яу һәм синфи көрәш шарттарында башҡорт совет әҙәбиәте барлыҡҡа килә, поэзия, проза һәм драматургияла әҙәбиәтебеҙ тарихында тейешле урын алырлыҡ матур үрнәктәр ижад ителә.

Егерменсе йылдарҙа башҡорт әҙәбиәте. Егерменсе йылдарҙа башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеше халыҡтың наҙанлығын бөтөрөү, аң-белемен күтәреү, советса яңы мәҙәниәтте һәм әҙәбиәтте нығытыу бурыстары ҡуйылды. Өфөлә Башҡортостан дәүләт нәшриәте ныҡлы нигеҙ һалынды. “Йәш юҡһыл”, “Башҡортостан йәштәре” кеүек яңы гәзиттәр, “Яңы юл”, “Белем” исемле әҙәби -педагогик журналдар сығарыла башлай. Д.Юлтый, М.Ғафури, Т.Йәнәби, С.Ҡудаш, Б.Ишемғол кеүек яҙыусылар гәзиттә мөхәррир йә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләнеләр.

1923 йылда “Башҡортостан шағирҙарының берлеге” тигән әҙәби ойошма барлыҡҡа килде, бөтә яҙыусылар 1928 йылда Башҡортостан пролетар яҙыусылар ассоциацияһына берләште.

Башҡорт теле дәүләт теле итеп иғлан ителде.

Поэзия. М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл тәлгәштәр”, Д.Юлтыйҙың “Ҡомартҡыларым”, Сәйфи Ҡудаштың “Һабан йырҙары”, Төхфәт Йәнәбиҙең “Эш сыуағы” исемле китаптарына ингән шиғырҙарҙа “емерек илде төҙәтергә, баҡса итергә ынтылыш йыры, эшсе менән крәҫтиән союзын, азат хеҙмәтте, илгә муллыҡ килтерер игенселек эшен, яңы ауыл тормошон йырлау өҫтөнлөк итте.

Егерменсе йылдарҙағы поэзияла эреле-ваҡлы поэмалар ҙа күренә башлай: М.Ғафуриҙың “Эшсе”, Д.Юлтыйҙың “Шәрәф”, С.Ҡудаштың “Тимерлектә” һ.б.

Мәжит Ғафури үткән замандарҙы һүрәтләүен дауам итте. Мәҫәлән, “Ярлы кешеләр” китабы, “Ҡара йөҙҙәр” повесы.

Афзал Таһиров үҙе күргән- кисергән ваҡиғаларҙы, бик күп кешеләр яҙмышын 20-се йылдарҙың икенсе яртыһында ҙурыраҡ күләмле проза әҫәрҙәрендә яҡтыртты. Ул “Беренсе көндәр”, “Ташҡын даръя тармаҡтарында”, “Иген фабригы”, “Комсомол” тигән повестарын яҙҙы.

Ғайнан Хәйри “Кооператорҙар”, “Ҡатын” тигән повестарын, “Боролош” романын яҙҙы.

Ғөбәй Дәүләтшин “Зилский” исемле повесында егерменсе йылдар уртаһындағы башҡорт ауылының көнкүрешен һүрәтләй.

Драматургия. Егерменсе йылдар уртаһынаса башҡорт дәүләт театрының төп репертуарында шундай әҫәрҙәр бар ине: “Гамлет” (Шекспир), “Мәкер һәм мөхәббәт” (Шиллер), “Ревизор” (Гоголь), “Ҡарағол” Д.Юлтый, “Салауат батыр” (Ф.Сөләймәнов) һ.б.

Башҡорт фольклоры сюжеттарын сәхнәләштереү буйынса айырыуса Мөхәммәтша Буранғол маһир булды. Ул “Ашҡаҙар”, “Буранбай”, “Ялан Йәркәй”, “Шәүрәкәй”, “Башҡорт туйы” тигән пьесаларын яҙҙы.

Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссариаты1925 йылда яңы заман темаһына арналған пьесаларға конкурс иғлан итте. Был конкурста М.Ғафуриҙың “Ҡыҙыл йондоҙ” исемле пьесаһы премия алды.

Егерменсе йылдарҙың икенсе яртыһында ижад ителгән һәм театр репертуарҙарына ингән драма әҫәрҙәренән Д.Юлтыйҙың “Тирмәндә”, А.Таһировтың “Иртәнге нурҙар”, “Баймаҡ” тигән пьесалары заман темаһына, үҙгәреш кисергән яңы кешеләрҙең тормошона бағышланғайны.

 

2. Рәшит Солтангәрәевтең “Ҡиәмәтлек кейәү” хикәйәһе. Ҡарт әсәнең уй-һағыштарының сағылышы. Хикәйәнең психологизм алымдары.

 

Хикәйәнең сюжеты ҡатмарлы түгел. Шакир, әҫәрҙең төп геройы, “Белорус” тракторында эшләй, кешеләргә утын, бесән килтерә, шуның менән хөрмәтле кеше ауылда. Ғаиләһе – ҡатыны Райхан, балалары менән килешеп татыу йәшәй. Ләкин уның ваҡыты- ваҡыты менән алабарманланып, артығыраҡ шаярыуы, кеше күңеле һәм ышанысы менән һаҡһыҙ эш итеүе үҙен хафалы хәлдәргә лә ҡалдырып ҡуя.

Был юлы ла шулай булып ҡуя. “Белорус” менән ул ауылдағы кемгәлер утын килтереп ауҙарғас, өйөндә яңғыҙ ғына йәшәгән Гөлйөҙөм әбейгә осрай. Уға ярҙам иткәндә бындағы ҡапҡа емерелергә торғанын күреп, әбейҙең ҡайҙалыр ситтә йөрөгән улын иҫкә төшөрә:

-Хәсән ҡайтһа, нығытып ҡуйыр әле!

Был һүҙҙәрҙе Гөлйөҙөм әбей яңылыш аңлай, Хәсән ҡайтып килә, тип ишетә. Шакир әбейҙең өмөтөн һүндерергә теләмәй һәм хатаны нығыта ла ҡайтып китә.

Ошонан башлана ла инде мажара. Бығаса бер ниндәй хәбәре лә, ҡайҙа икәне билдәле лә булмаған улының ҡайтып килеүенә Гөлйөҙөм әбей ышана. Улы хөрмәтенә ҡунаҡ саҡырырға әҙерләнә башлай:берҙән-бер һарығын һуйҙыра, өйөн йыуып йыйыштыр, ауыл магазинынан кәнфит һәм башҡа тәм-том һатып ала.

Ләкин Шакир әйткән хәбәрҙең алдаҡ шаяртыу икәнен аңлағас, ауырып китә. Тик шул саҡта ғына Шакир үҙенең ғәйебен аңлай. Ҡатыны кәңәше менән әбейгә врач алып килә, утын килтерә, ярҙам итергә тырыша. Шул арҡала Гөлйөҙөм инәй һауығып аяғына баҫа.

Шакир, ҡатыны менән кәңәшләшеп, Гөлйөҙөм инәйҙе һарыҡ салып, ҡунаҡҡа саҡыра, бүләктәр бирә һәм ҡиәмәтлек әсәй булыуын үтенеп һорайҙар.

Әҫәрҙең геройҙары –Шакир, Райхана, Гөлйөҙөм инәй үҙҙәре тыуҙырған ошо ваҡиғаларҙа ныҡ үҙгәреш менән бәхетле улар. Уларҙың күңелдәре асылып, сафланып ҡалғандай булалар.

Шулай тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән ваҡиғалар, ҡылыҡтар аша яҙыусы кеше яҙмышына үтә һаҡ һәм иғтибарлы булыу кәрәклеген, үҙ – ара аңлашып йәшәү бәхет икәнен тормошсан күренештәрҙә асып бирә.

 

3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙә автор теле һәм персонаждар теле.

 

Тел – ул художестволы әҙәбиәттең төп элементы. Яҙыусы тел, һүҙ ярҙамында ваҡиғаларҙы һүрәтләй, геройҙарҙың йәнле образдарын күҙ алдына баҫтыра.

Әҫәрҙең теле шартлы рәүештә автор теленә һәм персонаждар теленә бүленә.

Автор теле – ул бөтә әҫәрҙең теле. Бөтә хәл- ваҡиғаларҙы, тәбиғәт күренештәрен автор үҙе әҙәби телдә тасуирлай. Ә әҫәрҙә алынған персонаждарҙың үҙ исемдәренән һөйләгән өлөштәре персонаждар теле тип атала. Автор үҙ геройҙарының телен үҙенсәлекле итеү юлы менән уның характер үҙенсәлеген, эске донъяһын асыуға ирешә.

 

23– сө билет

1.Мостай Кәримдең “Европа – Азия” шиғырҙар циклында Тыуған ил, атай йорто, тыуған ауыл, тыуғfн республика образдарының кәүҙәләнеше.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.

 

1.Мостай Кәримдең “Европа – Азия” шиғырҙар циклында Тыуған ил, атай йорто, тыуған ауыл, тыуған республика образдарының кәүҙәләнеше.

 

“Европа – Азия” - үҙенсәлекле шиғырҙар циклы. Циклға ингән һәр шиғыр – бер бөтөн, үҙ аллы әҫәр, әммә “Тыуған йорт”, “Тыуған ауыл”, “Тыуған республика”, “Тыуған ил” исемле шиғырҙар үҙ-ара тығыҙ бәйләнешле. Был шиғырҙа автор атай йорто, тыуған ауыл, тыуған республика, Тыуған ил образдарын һүрәтләү аша Ватан образын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Бына атай йорто: бала ошонда көндәрҙең иң яҡтыларын ҡаршылай, ғаиләлә тәүге тәрбиәне ала, әсәнең өгөт –нәсихәтен тәрән аҡылын үҙләштерә.

Артабан “ҡуранан сыҡҡан һуҡмаҡ” ир баланы атай өйөнән тыуған ауылы янына алып сыға. Ир-егет булып үҫеп еткән сағында, Тыуған илгә дошман һөжүм иткәс, ул ошо ауылдың 300 егете менән бергә һуғышҡа китә.

Артабан яҙыусы тыуған ауыл һәм тыуған республика – Башҡортостанды һүрәтләй. Башҡортостандың һоҡланғыс образы кәүҙәләндерелә. Илебеҙ картаһында бер япраҡ саҡлы ғына күренгән тыуған республикабыҙҙың икһеҙ-сикһеҙлеге һәм байлығы данлана, утты, һыуҙы кисеп үткән башҡорт халҡының данлы тарихы тасуирлана.

2. Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһы, уның идея-тематик йөкмәткеһе. Ҡурайсы образы. Поэманың поэтик үҙенсәлеге.

“Урал” поэмаһы – сәнғәткә бағышланған һәм милли рух менән һуғарылған көслө, тетрәндергес әҫәрҙәрҙең береһе.

Унда Ишмөхәммәт улы Ишмулла ҡурайсы һәм йырсы йөҙөндә атаҡлы ҡурайсыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы Ишмулла Дилмөхәмәтовтың образы һынландырыла.

“Урал” поэмаһында Ишмулланың сит илдәргә гастролдәренән Японияның баш ҡалаһы Токиола булған бер эпизод ҡына тасуирлана.

Поэмала иң тетрәткес ваҡиға: ҡурайсының сит илдә эмигрант башҡорт менән осрашыуы, шундағы әрнеүле бәхәс, уларҙы икеһен дә берҙәй әсир иткән башҡорт моңо – классик “Урал” халыҡ йыры.

Үҙенең башҡортлоғон раҫларға теләгәндәй, эмигрант башҡорт “Урал”ды йырлай.

Ике башҡортто шулай моң берләштерһә лә, йыр берҙәй тәьҫир итһә лә, уларҙы яҙмыш айырған. Береһе үҙ илендә – Башҡортостанда йәшәй, икенсеһе күптән ҡасаҡ – илһеҙ – ерһеҙ ҡалған эмигрант. Уларҙың тыуған илдәренә, башҡортлоҡтарына мөнәсәбәте лә төрлөсә: ҡурайсы үҙ иленең ирекле улы, төп хужаһы, ә эмигрант илһеҙ берәҙәк әҙәм хәлендә, башҡортлоғо ла ер-һыуҙарын, йыр-моңдрын, үткәнен һағыныуында ғына. Был әҫәрҙә эмигрант кешенең рәнйетелгән милли рухы, аяныс яҙмышы һүрәтләнә.

3. Әҙәбиәт теорияһы: әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты тураһында төшөнсә.

 

Матур әҙәбиәттә яҙыусы һүрәтләй торған тормош күренештәре, кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр, хәл һәм ваҡиғалар үҙ-ара бәйләнештә, билдәле бер тәртиптә ойошторола.

Әҫәрҙең һәр бер өлөшө, һәр эпизодының урынлашыуы, уларҙың үҙ-ара бәйләнеше әҫәрҙе бер бөтөн итеп ҡабул итергә һәм уның идеяһын уҡыусыға еткерергә ярҙам итә. Әҫәрҙең айырым өлөштәренең шул рәүешле үҙ-ара бәйләнештә бер бөтөн итеп ойошторолоуы уның композицияһы тип атала.

Композиция әҫәрҙең йөкмәткеһен, ундағы образдарҙың характерын асыу сараһы булып тора. Һәр әҫәрҙең композицияһы уның идея-тематик йөкмәткеһе менән билдәләнә.

Эпик, лирик, драматик әҫәрҙең композицияһы араһында уларҙың жанр үҙенсәлектәре менән бәйле айырмалыҡтарҙы күрергә мөмкин. Ҙур әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ваҡиғалар теҙеме булған сюжет тәшкил итә. Сюжеттың нигеҙендә әҫәрҙәге үҙ-ара бәйләнешле һәм эҙмә-эҙлекле үҫә барған тормош ваҡиғалары ята. Сюжет экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселештән тора.

Әҫәрҙең композицияһы үҙ эсенә сюжетты ала. Ләкин художестволы әҙәбиәттә бөтә күренештәр ҙә сюжетҡа һыйып бөтмәй. Әҫәрҙә тағы ла сюжет менән бәйләнеше булмаған күренештәрҙе лә осратырға мөмкин. Бындай сюжеттан тыш элементтарға портрет, пейзаж, хикәйләү, тасуирлауҙар инә. Шул рәүешле композиция әҫәрҙең бөтә өлөштәрен дә берләштерә һәм сюжетҡа ҡарағанда киңерәк йөкмәткеле була.

 

 




Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 4495; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы!


Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет



studopedia.su - Студопедия (2013 - 2024) год. Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав! Последнее добавление




Генерация страницы за: 0.009 сек.