КАТЕГОРИИ: Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748) |
Се билет
1.Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады. “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” повесының проблематикаһы. 2.Динис Бүләковтың “Ғүмер бер генә” романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙаттар. 3.М.Кәримдең “Россиянмын” шиғырын ятҡа һөйләү. 1. Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады. «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесының проблематикаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады уҡыусыларҙың ихтирамын яулап ҡына ҡалманы, бәлки башҡорт халҡының рухи ҡаҙанышы, милли ғорурлығы булып әүерелде. Мостай Кәрим поэзияһының һәм драматургияһының иң яҡшы өлгөләре башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил итә, уның ижады күп милләтле илебеҙҙең совет осоро әҙәбиәте үҫешенә лә ыңғай йоғонто яһай. Был хаҡта рус шағиры Николай Рыленков шулай яҙҙы: «Мостай Кәрим беҙҙең күп милләтле сәнғәттең, шул иҫәптән рус сәнғәтенең дә, кимәлен билдәләгән һүҙ оҫталары иҫәбенә инә һәм дөйөм хазинаға үҙ халҡының әүәл туплаған һәм хәҙер байыҡтырған иң яҡшы рухи тәжрибәһен өҫтәй»\ Тормош һәм ижад юлы. Мостай Кәрим 1919 йылда Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый, 1937 — 1941 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим ғәскәри көстәр сафына алына һәм һуғыш бөткәнсе фронтта була. Ул, ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, ете ай госпиталдә ята. Төҙәлеп сыҡҡас, ул хәрби журналист сифатында фронт гәзиттәрендә эшләй. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Ру мынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 майын ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Һуғыштан ҡайтҡас, Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләне, ә 1962 йылдың майында РСФСР Яҙыусылар союзының секретары итеп һайланды. Мостай Кәрим оҙаҡ йылдар буйы тыныслыҡ яҡлыларҙың Башҡортостан бүлегенә рәйеслек итте. Халҡы, совет әҙәбиәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре әсән ул Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Халыҡтар Дуҫлығы», «Почет Билдәһе» ордендары менән бүләкләнде. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелде. Мостай Кәрим К. С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1972 йылда М. Кәримгә русса сыҡҡан «Йылдар эҙенән» («Годам вослед») шиғырҙар йыйынтығы өсөн СССР Дәүләт премияһы бирелде. 1978 йылда рус телендә сыҡҡан «Хәбәр көтәм» («Жду вестей») тигән китабы әсән Г.-Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом тапшырылды. 1979 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән исем бирелде. 1984 йылда «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» һәм «Ташлама утты, Прометей!» әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ булды. Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай, шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан алда ғына сыҡҡан икенсе китабы — «Яҙғы тауыштар» тигән шиғырҙар йыйынтығы уның исемен әҙәбиәткә ныҡлап беркетә. Бынан һуң бер-бер артлы баҫылып сыҡҡан китаптары уны төрлө жанрҙарҙа ла уңышлы эшләүсе яҙыусы итеп танытты. Әҙиптең әҫәрҙәре, рус, украин, татар, грузин, ҡаҙаҡ, ҡумыҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә ителеп, айырым китаптар булып баҫылып сыҡты. Уның шиғырҙары сит ил телдәренә лә тәржемә ителде. Шулай итеп, уның ижады бөтә ил, хатта бөтә донъя күләмендә киң таныла. һуғыш йылдарындағы ижады. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мостай Кәримдең шағирлыҡ һәләте тағы ла сағыуыраҡ асылды. Һуғыштың башынан алып аҙағынаса яу кискән шағир-һалдат яугирҙарҙың уй-тойғоларын һүрәтләүгә өлгәште. Һуғышҡа китер алдынан яҙылған «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғыры иңгә шинель һалған совет кешеләренең ил алдында поэтик анты булып яңғыраны. Атаһы эйәрләгән аҡбуҙ атҡа атланған, әсә биргән ҡылысты тотҡан һалдат-егет шулай ти:
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы. Етмешенсе йылдарҙа Мостай Кәрим проза әлкәһендә төпләнеберәк эшләне. Уның төп китабы һаналыр «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы ошо осорҙа яҙылды. Был повесть бала саҡ темаһына бағышланһа ла, проблематикаһы менән шаҡтай киң. Унда шәхес тәрбиәләнеү мәсьәләһе үҙәктә тора. Ул бала үҫкән ғаилә, ауыл кешеләре, ауыл мөхите менән тығыҙ бәйләнештә асыла. Әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре киң сағылыш таба. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — жанры яғынан авторҙың бала сағы, тиңдәштәре, ауылдаштары тураһында фәһемле хәтирәләренә ҡоролған лирик- фәлсәфәүи эстәлекле автобиографик әҫәр. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — китаптың исеме үҙе үк символик мәғәнәле. Бала саҡ — сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Бала саҡ ғүмер буйы онотолмаҫ хәтирәле, ҡәҙерле осор. Бала саҡ һәр кемдең күңелендә, аңында шул гүзәл сифаттары менән йәшәй. «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-оҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге, беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй», — ти автор үҙе. Кешенең рухи донъяһы — ул үҙе йәшәгән мөхиттең бер сағылышы, бергә үҫкән иптәштәреңдең дә бер өлөшө, яҙмыштар йомғағы. Ошо йәһәттән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» — төрлө яҙмыштар китабы ла ул. «Алдан әйтелгән һүҙ» — кескәй инеш асҡыс хеҙмәтен үтәй: «Был китап — мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында. Уларҙың көнкүреше беҙ йәшәп ятҡан көндәлек тормоштан сак ҡына ҡалҡыуыраҡ, саҡ ҡына тылсымлыраҡ, саҡ ҡына фажиғәлерәк. Бер-береһенә ҡарата улар ғәҙәттәгенән сыҙамлыраҡ, рәхимлерәк; ғәйепләргә, хөкөм итергә ашығып бармайҙар. Был кешеләр бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итәләр. Шатлыҡ тан туйып һикермәйҙәр, ҡазанан -ҡойолоп уҡ төшмәйҙәр». Китаптың төп геройҙары — әҙиптең ауылдаштары, үҙ ҡорҙаштары. Уны булмышы йә яҙмышы менән уйландырған, әҙиптең үҙен шәхес итеп үҫтерешкән шауҡымлыраҡ, сәйерерәк, саяраҡ ауылдаштары. Автор үҙе әйткәнсә, был китабы — һоҡланыуҙар һәм төңөлөүҙәр, кешеләр менән аралашҡанда һыналған уй-кисерештәр, тетрәнеүҙәр хаҡында. Бала саҡ — ул кешенең донъя көтөргә әҙерлек осоро ла. Был осорҙа кешенең бар холоҡ-ҡылығы, әҙәп-әхлаҡ сифаттары асыҡлана. Мостай Кәрим үҙе әйтмешләй, «бар тормош, һәммәһе бала саҡтан башлана. Тәүге ғүмер миҙгелендә бала ни алған, шул ғүмер буйы китә. Туған телгә, туған моңға, кешеләргә, тәбиғәткә мөхәббәт балаға әсә һөтө, әсә теле менән ингән икән, ғүмер буйына китә. Кешеләрҙең үҙҙәре, һүҙҙәре, ҡылыҡтары аша бала тормошто үҙләштерә, игелектең, игелекһеҙлектең, яҡшының, яманлыҡтың ни икәнен аңлай башлай. Халыҡтың әҙәп-әхлаҡ сифаттарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын аңына, күңеленә һеңдерә». Мостай Кәрим шуларҙы бала сағында нисек күргән, һабаҡ алған, шулай тәбиғи итеп һөйләп бирә. Хәтерендә уйылып ҡалған хәл-ваҡиғалар, мөғәмәләләр аша тасуирлап, баланың рухи үҫешен күҙәтә, уның күңел биографияһын яҙа. Булыр бала буйынан, ти. Әгәр әҫәрҙең төп геройы Мостафа, әйтәйек, Оло инәһенән кешелеклелек, игелеклелек, әҙәплелек сифаттарын күберәк үҙләштергән икән, тиңдәш малайҙарҙан, мәҫәлән, дуҫы Әсғәттән — эскерһеҙлек, хыяллана белеү, йомро Талиптан — йомартлыҡ, ҡотло ҡул Насиптан — фиҙакәрлек, Аҡйондоҙ һымаҡ һылыуҙарҙан мөхәббәткә тоғролоҡ өлгөләрен үҙ иткәндер. Һәйбәт кешеләр тормош юлында уға гел үрнәк булған, теге йәки был ваҡиғалар, яҙмыштар уға ғүмерлек һабаҡ биргән. Автор шәхесенең шулай нығыныуында Оло инәйҙең роле ғәйәт ҙур. Оло инәй уланының яҙмыш яланының уртаһында баҫып торған имән һымаҡ. Ул балаға донъяла йәшәүҙең һәйбәт йолаларын, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләрен башлап күндерә, күңеленә һеңдерә, аҡыл ҡеүәһен, йөрәк йылыһын бирә. Оло инәй барлыҡ әҫәргә лә йәм һәм йән биреп тора. Оло инәй халыҡтың иң күркәм әҙәп-әхлаҡ сифаттарын йөрөткән игелекле зат. Уның үҙ холоҡ-ҡылығы, ғәмәле өлгөлө, һәр әйткән һүҙе, өгөт-нәсихәте, фатихаһы фәһемле һәм ҡәҙерле. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында ҡатын-ҡыҙ заттары араһында ҡояш менән айлы, йондоҙло күк ғәләмендә үҙенсә бер нур менән балҡыған яҡты йондоҙ кеүек йәнә бер образ бар. Ул — Аҡйондоҙ. Оло инәй менән Кесе инәй улан күңелен береһе ҡояш, икенсеһе ай төҫлө нурлаһа, Аҡйондоҙ иһә уның рухын, гүйә, мөхәббәт ҡөҙрәте һәм сафлығы менән яҡтырта. Аҡйондоҙ — ул матурлыҡ һәм инсафлыҡ өлгөһө. «Шәүрәкәй» йырындағыса әйткәндә, уның һылыулығы ҡояш менән ай көнләшерлек. Автор шундай һығымта яһай: «Усында ҡош ҡундырып һайратыр, тыны менән өрөп сәскә бөрөләре астырыр ҡатындар булыуын мин әле белмәй инем. Улар бар икән. Ана шуларҙың береһе Аҡйондоҙ булған икән». Кешенең аҫыл асылы — кешелеклелек. Кешенең донъялыҡтағы төп вазифаһы — ысын кеше булып, кешесә йәшәүҙә. Ошо изге хәҡиҡәтте Мостай Кәрим һәйбәт кешеләр йөҙөндә, уларҙың көндәлек тормоштарында күңелдәрҙе биләрлек итеп һүрәтләп бирә лә инде. 2.Динис Бүләковтың «Ғүмер бер генә» романы. Романда заман темаһы, үҙгәртеп ҡороу реформалары осорона хас һыҙыттар. «Ғүмер бер генә» романы ла оҡшаш ситуациянан — һөйгән ҡыҙы Гөлшанды яҡлайым тип, студент егет Илғужаның енәйәтселәр төркөмө менән алышҡа инеүенән башлана. Роман сюжетының төйөнләнеш мәле лә ифрат уңышлы: Республика Юғары Советына һайлау кампанияһы башланыуы, депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеү кәрәклеге үҙе үк ваҡиғаның көсөргәнешле ярыш төҫөн алыуға, үҙ-ара көрәш атмосфераһын тыуҙырыуға шарт бирә. Ҡаршылыҡтар төйөнө лә ошонда төйөнләнә, сөнки һәр кандидаттың йәмғиәткә, кешеләргә, үҙ вазифаһына ҡараштары төрлөсә. Романда был ҡаршылыҡтар нигеҙҙә ике төп образ, депутатлыҡҡа ике кандидат — республиканың хирургия үҙәге баш врачы Ҡазнабаев Ғәйниәр Ғәйнуллович һәм ошо уҡ клиниканың атаҡлы хирургы Арынбаҫаров Арыҫлан Рәхмәтуллович йөҙөндә дөйөмләштерелә. Башҡа персонаждар был икәү дөйөмләштергән ҡаршы яҡтарҙы төрләндереберәк, киңәйтеп, байытып торалар. Фән докторы, профессор Ҡаҙнабаев — ифрат һауалы, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт кеше. «Ҡаҙнабаев теләһә ҡайҙа аунап ята торғандарҙан түгел, — тип тә ебәрә ул үҙе хаҡында, — Ҡаҙнабаевты Верховный Совет етәкселәренән башлап төпкөл ауылдарҙағы ябай колхозсыға тиклем белә». «Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары үҙе ҡулын ҡыҫып китә»... Медицина институты ректоры Фәхриев тә уның әшнәһе... Юҡҡа түгел инде, Ҡаҙнабаев үҙе лә «урынбаҫар»ҙың һеңлеһен, юҡ ерҙә штат булдыртып, эшкә ала, институт ректорына ла һәр төрлө хеҙмәт күрһәтә. Ҡҙзнабаев файҙаһы тейерҙәй башҡа кешеләр, хатта мафиоз элементтар менән дә «мин — һиңә, һин — миңә» принцибы нигеҙендә енәйәтсел бәйләнештәр булдыра; кеше диссертацияһын урлап, докторлыҡ дәрәжәһен ала; кәйеф-сафа ҡороп, теттереп йәшәргә ярата. Бар хыялы — депутатлыҡҡа үтеү, унан уға ҡул да, һүҙ ҙә тейҙерә алмаҫтар, депутат булһа, министр креслоһына ла йыраҡ ҡалмай... Бына шуның бәрәбәренә тырыша Ҡаҙнабаев, хатта һәр төрлө енәйәткә барыуҙан да тартынмай. Романда шуға ла депутат һайлау мажаралары енәйәтсел элементтарға бәйле детектив ваҡиғалар менән алмаш-тилмәш хикәйәләнә, бер-береһенә үрелеп бара, йәмғиәттәге ҡапма-ҡаршы торған ике тенденция көрәшен сағылдыра. Хирург Арынбаҫаров Ҡаҙнабаевтың киреһе, эшһөйәр, намыҫлы, ғәҙел, түрәлеккә лә ынтылып бармай. Башта ул үҙенең кандидатураһын депутатлыҡҡа күрһәтеүгә ҡаршы, һайлау кампанияһы башланғас, «Юғары Советҡа намыҫлы кеше үтһен» тип, уны, ни өсөн икәнен әйтмәй генә, дуҫтары Мәскәүҙән ғилми симпозиумдан телеграмма менән саҡырып ҡайтарған. Бергә эшләгән коллегалары Арынбаҫаровты «алтын ҡуллы хирург» тиҙәр, бөтә хирургия үҙәге, бигерәк тә йәштәр ярата уны, «лекциялары үҙе бер байлыҡ» тип, студенттар ҙа өҙөлөп тора. Талантлы йәштәр, яҡшы белгестәр уратып алған арҙаҡлы шәхес Арғынба-евты. Больницаның элекке парторгы Сибәғәтуллина, врач Насиров, Бай-ғусҡаровтар ана шундайҙар. Ләкин уларҙың ҡулында власть юҡ, шуға ла еңел түгел уларға. Арынбаҫаровҡа ла, юлдан алып ташлау маҡсатында, һәр төрлө яуызлыҡтар эшләп торалар: юғарынан республика етәкселәре лә ҡыҫымға ала, түбәндә лә әллә ниндәй ялған бәләләр тағалар, аҡса талап итеү өсөн (рэкитерлыҡ) башта ҡыҙын, унан машинаһын урлайҙар, дачаһын яндыралар... Хатта бер өлкә гәзите уға ҡаршы махсус кампания асып ебәрә... Ә Арыҫлан Арынбаҫаров рухы менән үҙе, ысынлап та, бәһлеүән, арыҫлан йөрәкле кеше. Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Бәҙеғолов бүлмәһендәге республика кимәлендәге бик күп етәкселәр, шул иҫәптән Дәүләт именлеге комитеты рәйесе кеүек шомло вазифалы кешеләр алдында радиоактив ҡалдыҡтарын ерләү маҡсатында республика ядро шартлатыуы ойоштороу хаҡындағы бәхәскә иғтибар итәйек. Арынбаҫаров был эштәргә ҡырҡа ҡаршы, уны һайлаусылар менән осрашыуҙарҙа ла бөтә халыҡҡа белдерҙе, хәҙер телевидениела сығыш яһарға һәм ҡала митингыһы ойошторорға йөрөй. Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, Бәҙеғолов бүлмәһендә лә Арынбаҫаров үҙен ҡыйыу, ғорур тота. Ул, мәҫәлән, ошо эштәрҙең уртаһында ҡайнаған «Химпром» берекмәһе начальнигы Хоменкоға боролоп: — Сергей Иванович, — ти, — һеҙҙең тыуған ерегеҙ ҡайҙа әле? — Хоменко быны көтмәгәндер, башҡаларҙы аптыратып көлөп ебәрҙе. Мәскәүҙә. — Улайһа, — Арынбаҫаров күҙенең сите менән генә Бәҙеғоловҡа ҡарап ала, — ниңә ядро шартлатыуын үҙегеҙгә ҡайтып үткәрмәҫкә? Башҡортостанды бөтөнләй һәләк итергә уйлайһығыҙмы ни? Бынан һуң да Бәҙеғоловтың: «Химия отходтарын ҡайҙа ҡуйырға тейеш Хоменко? Саркофаг ағыулы ҡалдыҡтарҙы юҡ итә торған иң ҡулай, иң арзан, иң ышаныслы ысул» тип хәйләләшеүенә ҡаршы ҡәтғи яуап бирә: — Ағыулы ҡалдыҡтар ҙа, ядро шартлатыуҙан һуң барлыҡҡа килгән «Ғүмер бер генә» романы һайлау кампанияһының төрлө позициялар бәрелешенә ҡоролһа ла, әле килтерелгән өҙөк, Арынбаҫаровтың түрәләр алдындағы монологы — әҫәрҙең төп идеяһын да сағылдыра. Ул — халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың бөгөнгө һәм иртәгәһе көнө, балаларыбыҙҙың, рухыбыҙҙың, киләсәк быуындарыбыҙҙың яҙмышы. Һайлау кампанияһында көрәш тә ошоға бәйле: кем власҡа килер һәм киләсәк яҙмышыбыҙҙы хәл итер, ғүмерҙең һәр кемгә лә тик бер генә мәртәбә бирелеүен аңлар? «Ғүмер бер генә» романына автор шундай эпиграф ҡуйған: «Әҫәрҙә ваҡиғалар оҙаҡ бармай, әммә ошо арауыҡта һөйләп өлгөргәндәр ҙә баштан ашҡан». Ысынлап та, депутат булып һайланыу, власҡа үрләү ниәтендә нимәләр генә ҡыланмайҙар депутатлыҡҡа кандидаттар: берәүһе һайлаусыларға торба, кирбес, икенсеһе комбикорм, ашламалар вәғәҙә итә... АвтоВАЗсервис директоры «Жигули» покрышкалары өләшә; «тегендә кандидат Хәмәтнуров исеменән кемдең фатирында телефон юҡ, шуларға исемлек төҙөйҙәр»; врач Ҡаҙнабаев, башҡа өләшер нәмәһе булмағанғамы, һайлаусыларға бер мәртәбә ҡуллана торған шприц тарата... Үҙе эшләгән дәүләт предприятиеһы иҫәбенә оятһыҙ рәүештә асыҡтан-асыҡ һайлаусыларҙы һатып алыу бара, вакханалия! «Ә мәҙәниәтте яҡларлыҡ кеше юҡ», — тип зарлана яҙыусы Танағол Ҡанбулатов Арынбаҫаровҡа. Бер үк мәлдә иҡтисадты ла талау, тәләфләү, юҡҡа сығарыу, экологияны төҙәтеп булмаҫлыҡ итеп бысратыу бара. Шундай мөһим мәсьәләләр күтәрелә «Ғүмер бер генә» романында, уларҙың хәл ителеше нисек һуң? Әлбиттә, «Химпром» берекмәһе начальнигы Сергей Иванович Хоменко һуңыраҡ тәүбәгә киләсәк, ләкин йөрәк өйәнәге тотоп, үлеп ҡаласаҡ. Ҡаҙнабаев һәм уның мафиоз әшнәләре лә фаш ителәсәк. Ләкин улар ғына төп проблеманы хәл итә алмай, илдәге кире күренештәрҙе дөйөмләштереп тороусы Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Бәҙеғоловтар, йәғни система ҡала. Етмәһә, хаҡлыҡ, ғәҙеллек һыҙаттарын дөйөмләштереүсе хирург Арынбаҫаров та яҙыусы Танағол Ҡанбулатов файҙаһына тигән булып, депутатлыҡтан баш тарта. Танағол Ҡанбулатов аҙаҡ депутат булып үтәме, юҡмы — уныһы ла әлегә билдәһеҙ, шулай итеп, әҫәрҙә күтәрелгән күп кенә һорауҙар яуапһыҙ ҡала. Ләкин был тәңгәлдә әҫәр авторы ла хаҡлы: ысынбарлыҡта ла экология, милләт яҙмышы, социаль ғәҙеллек кеүек йәшәйештең төп проблемалары хәл ителеп бөтөлгән тип әйтеп буламы ни? 3. М.Кәримдең «Россиянмын» шиғырын ятҡа һөйләү.
Дата добавления: 2015-04-24; Просмотров: 6139; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы! Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет |