КАТЕГОРИИ: Архитектура-(3434)Астрономия-(809)Биология-(7483)Биотехнологии-(1457)Военное дело-(14632)Высокие технологии-(1363)География-(913)Геология-(1438)Государство-(451)Демография-(1065)Дом-(47672)Журналистика и СМИ-(912)Изобретательство-(14524)Иностранные языки-(4268)Информатика-(17799)Искусство-(1338)История-(13644)Компьютеры-(11121)Косметика-(55)Кулинария-(373)Культура-(8427)Лингвистика-(374)Литература-(1642)Маркетинг-(23702)Математика-(16968)Машиностроение-(1700)Медицина-(12668)Менеджмент-(24684)Механика-(15423)Науковедение-(506)Образование-(11852)Охрана труда-(3308)Педагогика-(5571)Полиграфия-(1312)Политика-(7869)Право-(5454)Приборостроение-(1369)Программирование-(2801)Производство-(97182)Промышленность-(8706)Психология-(18388)Религия-(3217)Связь-(10668)Сельское хозяйство-(299)Социология-(6455)Спорт-(42831)Строительство-(4793)Торговля-(5050)Транспорт-(2929)Туризм-(1568)Физика-(3942)Философия-(17015)Финансы-(26596)Химия-(22929)Экология-(12095)Экономика-(9961)Электроника-(8441)Электротехника-(4623)Энергетика-(12629)Юриспруденция-(1492)Ядерная техника-(1748) |
Р. А. Тимербаева
Образы Таңсулпан Ғарипова драмаларында үҙәк пафос ҡеүәтле, ғөмүмән, уның әҫәрҙәрендә замандың үткер социаль, рухи-әхлаҡи проблемалары, негатив күренештәр сағыла. Шул әҫәрҙәр араһында «Китмәгәҙ, торналар!» драмаһы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Драмала хәл-ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә ауылда бара. Әсә менән улдан торған ғаилә ҡайғы-хәсрәт күрмәй йәшәп ятҡан мәлдә, Бибизатаның улы Әлмөхәмәт көтмәгәндә үҙенә кәләш алып ҡайта. Шулай итеп, драма башы Сәриәнең төрмәнән ҡайтып килеүе һәм яңы өйгә килен булып төшөүен һүрәтләү менән башлана. Автор әҫәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғаиләһен бәхетле итеү-итмәүҙәре ролен үҙәккә ҡуя. Драмала эскелек, ғаилә тарҡалыуы, кешелекһеҙлелек, әхлаҡи аҙғанлыҡ кеүек социаль һәм мораль проблема күтәрелә. Әммә автор төп фажиғәләрҙең сәбәбе итеп ҡатын-ҡыҙҙар тотанаҡһыҙлығын күрһәтә. Сәриә образы әҫәрҙең төп идеяһын асыуҙа мөһим урын тота. Ябай, алсаҡ холоҡло Әлмөхәмәт менән уның әсәһе шундай бәхетһеҙлеккә килеп төртөлөүҙәрен аңламай ҙа ҡалалар. Матур ҡатын-ҡыҙ Сәриә Әлмөхәмәттең мөхәбәтен тиҙ арала яулап ала, балалар табып бирә. Ошолай тыныс йәшәп ятҡан ғаиләне етди һынау көтә. Сәриә ғаиләгә килгән бәхетһеҙлектәрҙең сәбәпсеһе булып тора. Исламға эйәреп китеүе, шуның арҡаһында эсә башлауы, үҙ ғаиләһен ҡәҙерләмәүе, яҡындарын йәберләүе ҡатын-ҡыҙ булараҡ төп бурысын үтәмәүе, әсә булараҡ балаларына тейешле иғтибар бирмәүе драманың төп проблемалары булып тора. Шул сәбәпле драмала киҫкен конфликт ярала. Сәриә, әгәр хаталар ҡылмаһа, ғаилә һаман тыныс, татыу тормошта йәшәр инеме? Шундай һорауҙар килеп тыуа. Татыу ғаилә артабан да йәшәр ине тип фараз итә алабыҙ, сөнки ҡатын - ҡыҙ - ғаилә усағын һаҡлаусы кеше. Бар нәмә Сәриәнең үҙенән тора ине. Автор драманың башында үк Сәриәнең етди хаталар яһаған ҡатын икәнен күрһәтә. Әлмөхәмәт уны өйөнә алып ҡайтҡан ваҡытта, әсәһе Бибизата йола буйынса буласаҡ килененең аяҡ аҫтына яҫтыҡ һала. Сәриә шул вакытта «ай, аяғым бысраҡ» тигән һүҙҙәрҙе әйтә. Ошо фраза аша автор Сәриәнең үткән тормошоноң ҡараңғы булыуына ишаралай. Бибизата. Аһ! Туҡта!..(Йүгереп барып мендәр ала һәм тупһаға ташлай.) Төклө аяың менән, киленсәк... Төшкән ереңә таштай, ҡомдай батырға яҙһын. Сәриә. Ай! Аяғым...бысраҡ. Ниңә... Бибизата. Баҫ, баҫ! Йолаһы шулай! Мин ни... Әлмөхәмәттең шаяртыуы бөтмәҫ, тип... Эй бала... Әйткән юҡ, нәҫел-нәсәбен һорашҡан юҡ. Эй Аллам! Сәриәнең ҡәйнәһе Бибизатанан фатиха ала алмауы киләсәк хәл-ваҡиғаларҙың ниндәй йүнәлеш аласағын иҫкәртә. Килен менән ҡәйнә араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлана. Автор драманың икенсе күренешендәге прологҡа мәғәнә һала: «Шул уҡ өйҙөң урам эсе. Алыҫта баҫыу, баҫыу уртаһында эшләнеп бөтмәгән ике ҡатлы өй күренә. Көҙ.Ағастар һарғая башлаған. Һауала тыуған яҡтары менән хушлашҡан торна тауыштары, ихатала бысылған, яра башланған утын өйөмдәре һ.б. Болдорға Бибизата сығып баҫа, ҡулында-ағас туҫтаҡ. Ул тәүге шаршауға ҡарағанда күпкә олоғайған.» Был юлдар ниндәйҙер пессимистик төҫ менән һуғарылған, әлеге ремарка аша автор, Сәриәнең ғаиләгә килеп инеүенең һөҙөмтәләрен һүрәтләй. Ғөмүмән, икенсе шаршау уйланыуҙарға, фәлсәфәүи һөйләшеүҙәргә ҡоролған. Бөтә персонаждарҙың да күңелдәре тыныс түгел, ниндәйҙер бәлә көткән кеүек сағыла. Бибизата. Хәҙерме? Әйҙә әле, өйгә инәйек. Матур булып ҡатыҡ ойоған-шуны эсеп ал, минең дә йөрәк сәнсеп тора... «Йөрәк сәнсеп тора», ошо һүҙҙәр аша автор уҡыусыларға киләсәк хәтәр ваҡиғаларға ишара яһай. Таңсулпан Ғарипова драмала Әлмөхәмәт образын эшлекле, намыҫлы, кешелекле, изге йәнле итеп һүрәтләй. Шул уҡ ваҡытта уны көсһөҙ, ауырлыҡтарға бирешеүсән, ихтыярһыҙ кеше итеп күрһәтә. Үҙ ҡатынын сит кешегә биреп ебәреүе, үҙ бәхетен ҡулынан ысҡындырыуы уның көсһөҙлөгө хаҡында һөйләй. Әлмөхәмәт драмала мөхәббәт ҡорбаны булып тора. Таңсулпан Ғарипова был персонаж хаҡында былай ти: «Әлмөхәмәт-тәбиғәт балаһы. Бер тапҡыр күрҙе лә ғашиҡ булды. Икенсе күреүендә ҡыҙҙы кәләш итеп алып ҡайтып та ҡуйҙы. Яратҡан йөрәктә ялған булмай, тиҙәр, Әлмөхәмәт тә үҙенең эскерһеҙлеге менән һөйгәненә артыҡ талаптар ҡуймай. Мин һине, һин мине яратаһың, ти, ә Сәриәне үткәндәре ғазаплай, үҙен был бәхеткә хоҡуҡһыҙ һанай». Ир үҙ ҡатынын өҙөлөп ярата һәм уны бәхетле итер өсөн бар көсөн һала, ике ҡатлы йорт төҙөй, ғаилә өсөн тырышып-тырмашып эшләй. Әлмөхәмәт. Их, Сәриә... Эсеүеңде генә ташлаһаң, бынамын тигән ҡатын бит һин! Алтыным бит һин минең, Сәриәм! Һине осратҡансы мин иген баҫыуынан да матурыраҡ нәмә күрмәнем. Һинең сәстәреңдә лә бешкән иген еҫе, әллә шуға бер ҡарауҙа әсир иттең микән? Сәриә. (уға һыйынып). Эй Әлмөхәмәт! Тиң түгел бит мин һинең һөйөүеңә! Әлмөхәмәт. Улай тимә, матур булып ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Ураҡ бөткәс, ҡалаға апарып ҡайтырмын үҙеңде. Театрҙарға барырбыҙ. Гел өйҙә ултырғанға, бәлки, башың юҡ-бар уй инәлер... Бына бит: бөгөн Аллаға шөкөрһөң... Эсмәгәс, йөҙөң дә ялтырап тора! Өйҙә бөтөрөп сыҡһаҡ...» Бында ике фәлсәфәнең-бер ҡатлылыҡ менән мәкерҙең бәрелеше лә асыҡ һынлана. Әммә һәр ваҡыттағыса яуызлыҡ еңә. Әлмөхәмәттең фажиғәһе - бер ҡатлы булыуында, яратҡан кешеһенә артыҡ ышаныуында. Ә эскелек бында – ваҡиғалар барышын тиҙләтеүсе көс кенә. Хәҙерге заманда хөкөм һөргән яуызлыҡ, енәйәтселек, аҙғанлыҡ кеүек сифаттарҙы автор бер персонажда туплап күрһәткән. Был персонаж- Ислам. Эскелек, ғаилә тарҡалыу, кеше араһын боҙоу, намыҫһыҙлыҡ, мин-минлек-былар барыһы ла Исламдың холҡона тап килгән сифаттар. Был образ драмала бәхәс тыуҙыра. Ислам Сәриәне тәүҙә, ысынлап та, ярата, әллә үҙенең файҙаһы өсөн генә кеше бәхетен емерә. Сәриә менән Исламдың үҙ-ара мөнәсәбәте аша автор уҡыусыларға фәһем бирә. Насар менән яҡшыны айыра белеү, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалыу, ялғанлыҡҡа юл ҡуймау һәм ысын мөхәббәтте һаҡлау. Быларҙы Сәриә һуңынан ғына аңлай. Уның сабыйҙарын балалар йортона алып китеүҙәре, Әлмөхәмәтте юғалтыуы, эсә башлауы, ҡәйнәһенең был ҡайғыларға түҙә алмай үлеүе, бар мөлкәтенең юҡҡа сығыуы фәҡәт Сәриәнең ғәйебе арҡаһында. Драманың аҙағында ғына ул бар нәмәгә төшөнә, әммә һуң була. Шулай ҙа автор уҡыусыларға, спектакль ҡараусыларға уның алдағы тормошонда, айыҡ ҡараш йөрөтөрөнә, балаларына терәк булырына, өмөт ҡалдыра. Драманың исеменә килгәндә, Таңсулпан Ғарипова, торналарҙы илаһи көскә эйә итеп һүрәтләй.. Бөтә әҫәр буйынса торна культы ҡыҙыл еп булып һуҙылып килә. Өләсәй, балалар, Сәриә - барыһы ла торналарға мөрәжәғәт итә. Шуның менән автор геройҙарҙан көс һората, Сәриәне таҙарындырыр, эскелектән арындырыр тип тәбиғәткә мөрәжәғәт итә. Таңсулпан Ғарипованың «Китмәгеҙ, торналар!» исемле драмаһында бөгөнгө көндәге иң актуаль проблемалар яҡтыртылған. Бәләкәй ауылда барған был ғаилә яҙмышы аша яҙыусы дөйөм ил күләмендә киң урын алған әфәтле күренештәрҙе дөйөмләштереп күрһәтә.
студентка 5 курса ФБФ и Ж БашГУ, г. Уфа Научный руководитель: Г. Н. Гареева д-р филол. наук, профессор БашГУ, г. Уфа
Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһының проблематикаһы. Гөлнур апай Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһы баҫылып сығыуы – XXI быуат башы башҡорт әҙәбиәте донъяһында бик мөһим, үҙенсәлекле һәм көтөп алған ваҡиға булды. “Ағиҙел” журналында баҫылып сыға башлау менән, Гөлнур апайҙың уҡыусылары түҙемһеҙләнеп артабанғы һәм артабанғы бүлектәрен көтөп ала башлайҙар. Был мәғлүмәтте, әлбиттә, бөгөнгө заманда киң таралған интернет селтәрҙәрендә барған аралашыуҙарҙан, комментарийҙарҙан күреп була. “Ҡыҙ бала”, “Бер һөйгәнем өсөн...”, “Кесе йыһан – Оло йыһан” тигән китаптарҙы үҙ эсенә алған “Ҡатындар” трилогияһы, ысынлап та, бик ҡыҙыҡлы, бик фәһемле һәм бик мауыҡтырғыс әҫәр. Романды уҡый башлау менән, үҙеңдән үҙең төп героиня – Нурияның донъяһына сумаһың. Уның ҡайғы-хәсрәттәре, шатлыҡ-ҡыуаныстарын татып, әҫәрҙең башынан аҙағынаса шул тормошта, шул тормоштоң хәл-ваҡиғаларында йөҙөп йөрөйһөң. Ҡыҫҡаһы, роман бер тынала уҡыла, сөнки яҙыусының бай, һутлы, сағыу телмәре уҡыусыны әҙәби донъяға бик еңел йәлеп итә һәм ундағы хәл-ваҡиғалар ағышы үҙенән-үҙе күңелдәрҙе сорнап ала. Трилогия һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауыл тормошо ваҡиғаларын һүрәтләүҙән алып бөгөнгө көн тормошона барып тоташа. Ә был күперҙе тоташтырып тороусы төп героиня – Нурия, әсәһенең ҡарыны – “кесе йыһан”да иҫ белә башлағандан алып, оло йәшенә еткәнсе үҙен уратып алған тормоштағы хәл-ваҡиғалар ағышын бәйән итә. Әлбиттә, был әҫәрҙә бер кешенең генә, бер ауылдың ғына яҙмышы сағылмай, әтотош ил күләмендә барған тарихи ваҡиғалар, тарихи шәхестәр тормошо сағыла. Бәләкәйҙән бик зирәк, аҡыллы, барлыҡ күренештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы үҙенсә аңлап, анализларға һәүәҫ ҡыҙҙы, өләсәләре “шәп ҡатын” буласағына ишара яһап, Нурияға хатта әйткеләп тә торалар. Романды уҡый-уҡый, әлбиттә, был һүҙҙәрҙең дөрөҫкә сығыуына инана ғына бараһың. Үҙен уратып алған кешеләргә һәр саҡ алсаҡ, иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәте героиняға абруй ғына өҫтәй бара. Нурияның бындай характер һыҙаттары, әлбиттә, оло ил инләре – өләсәһе Зөлхизә һәм ҡартәсәһе Рәйхананан бирелгән. Оло ил инәләренең диңгеҙҙәй тәрән аҡылы, тос фекерҙәре, ғибрәтле лә, фәһемле лә бәйәндәре ҡыҙсыҡтың бәләкәй генә йөрәгендә йыйыла-йыйыла, уның “шәп ҡатын” булып формалашыуына булышлыҡ итә. Героиня үҙенең тормошон ғына бәйән итеп ҡалмай, ә үҙен уратып алған кешеләрҙең тормошо, яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһына. “Кесе йыһан – Оло йыһан” тип аталған һуңғы китапта, хатта бер нисә кеше үҙе менән булып үткән ғибрәтле хәл-ваҡиғаларын ҡағыҙға төшөрөп, бәйәнсегә алып барып бирә. Әлбиттә, романдағы һәр бер геройҙың яҙмышын бер ҙур ғына хикәйә, хатта повесть итеп яҙырға ла мөмкин. Әммә Гөлнур апай Яҡупова был яҙмыштарҙы бергә туплап, бик күләмле һәм бик ҡеүәтле роман яҙырға өлгәшкән. “Ҡатындар” трилогияһында төп героиняның яҡындары – әсәһе Гәүһәр, өләсәһе Зөлхизә, ҡартәсәһе Рәйхана, әхирәте Әсмә һәм Мәүлиҙә һәм башҡа бик күп Толпарлы ауылы ҡатындарының яҙмышы тетрәндергес тә, мажаралы ла итеп яҡтыртылған. Хатта романды уҡый-уҡый үҙеңә ниндәйҙер билдәле бер һығымталар ҙа яһап ҡуяһың. Тимәк, роман ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бигерәк тә фәһемле, тәрбиәүи йәһәттән файҙалы ла. Әйтерһең, кешелек донъяһындағы барлыҡ хис-тойғолар ҙа ошо романда үҙенсәлекле һәм урынлы ғына итеп сағылыш тапҡан. Мөхәббәт, нәфрәт, шатлыҡ-ҡыуаныстар, хыянат, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, ҡайғы-хәсрәттәр – барыһы-барыһы ла “Ҡатындар” романындағы “бөйөк” ҡатындар йырып сыҡҡан хистәр дарьяһы тип әйтергә кәрәк. Был бөйөк ҡатындар ауырлыҡтар алдында бер ҡасан да бирешмәй, юғалып ҡалмай, ә киреһенсә, улар ҡаршыһына ҡыйыу аҙымдар менән алға атлайҙар. Хатта романдағы “ҡыйыш” юлға баҫҡан Сәмәй ҡортҡа, Салпа Сәғүрә, Миләүшә, Зоя кеүек ҡатындар ҙа, хаталаныуҙарын аңлап, дөрөҫ, ғәҙел юлға сығыуға табан атлайҙар. Тимәк, яҙыусы үҙенең трилогияһында һәр бер ҡатын-ҡыҙҙы үҙенсә серле лә, тылсымлы ла, үҙенсәлекле лә нәфис зат итеп күрһәтергә теләгән. Романда халҡыбыҙ ижадында һирәк осраған, әммә тапҡыр яңғыраған үҙенсәлекле мәҡәл-әйтемдәр бик ҙур әһәмиәткә эйә. “Матур тормош кешене матур итә, ә йәмһеҙе йәмһеҙ итә”, “Ҡатын-ҡыҙ бәхете ирҙән”, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын”, “Бишектәге бала бишкә төрләнә”, “Бер һөйгәнем өсөн алтмыш һөймәгәнде һөйөрмөн” һәм башҡа бик күп төрлө халҡыбыҙҙың алтын һүҙҙәре яҙыусы тарафынан романда бик урынлы ҡулланылған. Был аҫыл хазиналар әҫәоҙе байытып ҡына ҡалмай, ә ундағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың образын асыуға, уларҙың характерын билдәләүҙә ҙур роль уйнай. Әлбиттә, замана әҫәре – “Ҡатындар” трилогияһында фольклор өлгөләренең дә сағыу биҙәктәре сағылыш табыуы үтә лә ҡыуаныслы. Төш юрау, туй йолалары, халыҡ йырҙары, төрлө им-томдар, юрамыштар йәш быуынға ата-олатайҙарыбыҙҙың рухи байлығын еткереүгә, нығытыуға һәм киләсәккә тапшырыуға булышлыҡ итә. Ғөмүмән, дөйөмләштереп әйткәндә, Гөлнур апай Яҡупованың трилогияһы – ул бөгөнгө заман әҙәбиәте өсөн универсаль әҫәр.Күп яҡлы заман, ғаилә, йәмғиәт һәм кеше, ата-әсәләр һәм балалар мөнәсәбәтен яҡтыртҡан “Ҡатындар” трилогияһы XXI быуат башҡорт әҙәбиәте тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырыр, меңәрләгән-меңәрләгән яңынан-яңы уҡыусыларын табыр тип тәрән ышаныс менән әйтәбеҙ.
Дата добавления: 2014-12-25; Просмотров: 1290; Нарушение авторских прав?; Мы поможем в написании вашей работы! Нам важно ваше мнение! Был ли полезен опубликованный материал? Да | Нет |